Сәләмәт булайыҡ
1 Апреля 2022, 06:15

Дарыуҙы запасҡа алырға кәрәкмәй

Ә һеҙ алдан күпләп дарыуҙар һатып алдығыҙмы? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Дарыуҙы запасҡа алырға кәрәкмәйДарыуҙы запасҡа алырға кәрәкмәй
Дарыуҙы запасҡа алырға кәрәкмәй

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙарҙы алдан күпләп һатып алырға кәңәш итмәй, сөнки уларҙың ҡулланыу ваҡыты сикләнгән һәм тейешле шарттарҙа һаҡланырға тейеш.

Кешеләр яһалма ажиотажға бирелеп, инсулин, ҡалҡан биҙе сирҙәрен дауалаған препараттар һатып алды. Өс йыллыҡ запас тамамланды. “Борсолорға кәрәкмәй - дарыуҙарға мохтажлыҡ булмаясаҡ. Рәсәйҙең, төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары белә - беҙҙә йыл ярымға етерлек запас бар”, - тип аңлатты Дәүләт Думаһы депутаты һәм республиканың Ситуация үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева.


Росздравнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса "ҡыҙыу бәйләнеше": 8(347) 218-00-76

Ә һеҙ алдан күпләп дарыуҙар һатып алдығыҙмы? 

Фото kto-chto-gde.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова