Хәҙерге заманда йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ныҡ таралған һәм үлем осраҡтарының күбеһе ошо ауырыуға тура килә, тип иҫәпләй табиптар. Шуның өсөн ваҡытында тикшерелеп, тейешле дауаһын алып торорға кәңәш итә улар. Сир аҙмаған хәлдә, ҡан тамырҙарын таҙартыуҙы, йөрәкте нығытыу буйынса күнекмәләр яһауҙы һәр кем үҙе башҡара ала.
Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ҡан тамырҙарының һығылмалы булыуы өсөн берәр балғалаҡ лимон һуты, бал, көнбағыш майын буташтырып ас ҡарынға эсергә була. 10 көн шулай ҡабатлау ыңғай һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ.
Йә булмаһа, бер балғалаҡ бал һәм ярты лимондың һутын 3/4 стакан ҡайнап йылымысланған һыуға болғатып, йоҡлар алдынан эсергә мөмкин. Дауаланыу ваҡыты шулай уҡ - 10 көн.
Ит турағыстан үткәрелгән уртаса ике лимонды ике ҡалаҡ бал менән болғатып, быяла һауытта бүлмә температураһында тәүлек буйы тоторға. Ашарҙан алда 2-3 балғалаҡ ҡабып ҡуйылған әлеге ҡатнашма - ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн бик яҡшы сара.
Үҙаллы дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа!
Фото: vfigure.ru