

Башҡортостанда санитар авиацияны үҫтереү Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (национальный проект "Здравоохранение") тормошҡа ашырыу буйынса 2021 йылда иң яҡшы өлгөләр исемлегенә индерелгән.
Былтыр Рәсәй буйынса санитар авиация тарафынан бөтәһе 11 784 осош яһалған. Республикала ошо осорҙа 171 осош үтәлгән, һөҙөмтәлә төбәк кимәлендәге медицина учреждениеларына 181 пациент ашығыс рәүештә илтелгән. Бынан тыш, башҡа транспорт саралары менән республика стационарҙарына меңгә яҡын пациент, шул иҫәптән 500 тирәһе бала эвакуацияланған.
Санитар авиация башҡа транспорт барып етә алмаған ерҙәрҙә йәшәгән ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Ярҙамдың был төрө аварияларҙа, юл-транспорт ваҡиғаларында һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе ликвидациялауҙа ҡулланыла. Санитар авиация бәләгә тарыған кешеләрҙе ашығыс рәүештә эвакуацияларға йәки урында уҡ медицина ярҙамы күрһәтергә булыша.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.