Сәләмәт булайыҡ
2 Апрель 2022, 03:00

Бүздәк дауаханаһына – яңы автомобиль

Улар идара итеүҙә ышаныслы, пациенттарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен ташыу өсөн бик уңайлы.

Бүздәк дауаханаһына – яңы автомобильБүздәк дауаханаһына – яңы автомобиль
Бүздәк дауаханаһына – яңы автомобиль

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, Бүздәк үҙәк район дауаханаһына яңы LADA Largus алынды. Быныһы – һуңғы ике йылда алынған өсөнсө автомобиль.

Улар идара итеүҙә ышаныслы, пациенттарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен ташыу өсөн бик уңайлы. Автомобиль салонында бер нисә кешене урынлаштырып була, кәрәк булғанда, носилка ҡуйырға, креслоны ҙурайтырға мөмкин. Бындай автомобилдәр участка табиптарына пациенттар эргәһенә йөрөү, паллиатив ауырыуҙарҙы илтеү, аҙ хәрәкәтләнеүселәрҙе өйҙә хеҙмәтләндереү, ауырыуҙарҙы консультацияларға алып барыу өсөн кәрәк.

– Транспорт  сараһы дауалау учреждениеларында пациенттарҙың ваҡытлы махсус ярҙам, шул иҫәптән юғары технологиялы дауа алыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тип белдерҙе Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Хажиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас