Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Апрель , 09:00

Һаҡ булығыҙ: талпандар уянған!

Бәләкәй генә бөжәктең ҙур бәләгә килтереүе ихтимал икәнен онотмағыҙ. Унан һаҡланыу йәһәтенән кәңәштәр - яҙмала.

Һаҡ булығыҙ: талпандар уянған!
Һаҡ булығыҙ: талпандар уянған!
Яҙғы көндәр етеү менән талпандар ҙа үҙҙәренең һунарын башлай. Апрель башланғас уҡ уларҙан тешләнгәндәр һаны бермә-бер арта, белгестәргә мөрәжәт итеүҙәр күбәйә. Бәләкәй генә бөжәктең ҙур бәләгә, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуға килтереү ихтималлығын оноторға ярамай.
 
Көндәр бер аҙ йылыныу менән күптәр тәбиғәт ҡосағына ашыға. Әммә был мәлдә уяулыҡты юғалтмау мөһим. Талпандан һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ, түбәндәге беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ.
 
Тәбиғәткә сыҡҡанда асыҡ төҫтәге кейем һайлау, еңдәрендә манжеттары булған спорт костюмы, салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейеү кәрәк. Шулай уҡ футболка йәки күлдәкте лә салбарға ҡыҫтырып ҡуйығыҙ. Башҡа яулыҡ бәйләп йә башлыҡ кейеп йөрөгөҙ.
 
Урман-ҡырҙа ике сәғәт һайын, бөжәк йәбешмәнеме икән тип, өҫтөгөҙҙө тикшереп, ҡаҡҡылап тороғоҙ. Шулай уҡ талпандарҙы ҡурҡыта торған махсус саралар ҡулланығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Халыҡ ҡулланған сараларҙан эвкалипт майының талпандарҙы ҡурҡытыуы билдәле.
 
Һаҡланғанды һаҡлармын, тиелә динебеҙҙә. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу ҙур бәләнән йолоп ҡалыр. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!
 
Фото: oskol.city
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в