Бик тиҙҙән тирә-яҡты йәмләп тәүге сәскәләрҙең береһе - бәпембәләр ҙә сығыр. Ерҙәге бәләкәй генә ҡояшсыҡтарҙан күҙҙәр ҡамашыр, күңел шатлыҡҡа тулыр.
Ә һеҙ был сәскәнең Ҡытайҙа йәшелсә төрөнә ҡарауын һәм аш-һыу әҙерләгәндә киң ҡулланылыуын беләһегеҙме? Ә ҡайһы бер илдәрҙә уны ауыл хужалығы культураһы кеүек сәсеп тә үҫтергәндәрен, шулай уҡ унан төрлө блюдолар әҙерләгәндә файҙаланғандарын?
Бәпембәнең меңгә яҡын төрө барлығы билдәле. Аҡ сәскәлеһе, көрән төҫтәге бар. Ә Рәсәйҙә уның 200-гә яҡын төрө үҫә. Иң киң таралғаны - һары сәскәлеһе һәм ул дауалаусы бәпембә (одуванчик лекарственный) тип атала. Шунлыҡтан мәлендә уны йыйып ҡалырға онотмайыҡ.
Әйҙәгеҙ, бәпембәнең ниндәй сирҙәргә ҡаршы ҡулланылғанын ҡарап үтәйек. Ул тәү сиратта холецистит һәм үт менән башҡа төрлө проблема булғанда, бауыр сирҙәрендә сихәт бирә ала. Шулай уҡ атеросклероз, геморрой, түбән әселекле гастрит, анемия, панкреатит, подагра, ашҡаҙан һәм эсәктә башҡа проблемалар булғанда уңышлы ҡулланыла. Унан эшләнгән сәй аппетитты яҡшырта, бәүел юлы сирҙәрендә ярҙам итә, холестиринды кәметә, иммунитетты нығыта, тынысландыра, йоҡоно юлға һала, ҡан баҫымын әҙерәк төшөрә.
Ҡулланырға ярамаған осрағы ла бар: ашҡаҙан язваһы, үт юлдары тығылған ваҡытта, үттә йәки юлында таш булһа.
Үҫемлектең тамыры ла, япрағы ла, сәскәһе лә шифалы. Күберәк тамыры һәм яңы ғына өҙөлгән йәш сәскәһе ҡулланыла. Тамырын йә сәскә атмаҫ элек яҙ, йә сәскәһе кипкәс көҙ йыялар. Япраҡтарын салатҡа ҡушып ебәрергә була. Әсеһен бөтөрөү өсөн тәүҙә ҡайнар һыуҙа тотоп алырға кәрәк.
Дауалау маҡсатында ошолай ҡулланырға була.
Бер балғалаҡ кипкән-ваҡланған тамырға бер стакан һыу ҡойорға ла һүлпән утта бер-ике минут ҡайнатырға һәм бер сәғәт ултыртып тәнәтергә, һөҙөргә. Әҙер эсемлекте бер көн эсендә ашарҙан ярты сәғәт алда ҡулланырға (ике-өскә бүлеп).
Шәкәр диабеты менән сирләгәндә. Биш өлөш ҡайын япрағы, дүрт өлөш бәпембә тамыры, өс өлөш кесерткән япрағы, ике өлөш көртмәле япрағы, ике өлөш һары мәтрүшкәне ярты литр һыуҙа һүлпән утта бер-ике минут ҡайнатып, бер сәғәт төнәтеп, һөҙөп алып, ас ҡарынға эсергә. Шулай уҡ өскә бүләбеҙ. Дауаланыу ваҡыты - бер ай.
Аллергия булғанда. Тигеҙ өлөштә бәпембә тамыры һәм гөлйемеш алып, өҫтәге рецепт буйынса төнәтмә яһап ҡулланабыҙ.
Бәпембәнең тамырынан кофе яһарға мөмкин. Уның өсөн яңы ҡаҙылған тамырҙы йыуып, ваҡлап, әҙерәк киптергәс, табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Төбөнә йәбешмәһен өсөн һәр ваҡыт болғатып торорға кәрәк. Ҡара-һоро төҫкә инһә, тимәк, әҙер. Уны ғәҙәти кофе кеүек эшләп эсергә була.
Фото: fotostrana.ru