Ил Президенты Владимир Путин әүҙем тормош позицияһы өсөн һәм ҙур ҡаҙаныштарға эйә булған граждандарҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта хәбәр хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылған.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары Илдар Әпсәләмов, Рузил Ғәлиев, Руслан Фәхретдинов һәм Өфөләге 21-се дауахананың бүлексә мөдире Рәмилә Батраева Лука Крымский миҙалы менән наградланды.
Был дәүләт наградаһы менән медицина ярҙамын ойоштороуҙа, граждандарҙың сәләмәтлеген нығытыуҙа, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә, кадрҙар әҙерләүҙә, ҡатмарлы шарттарҙа ҡаһарманлыҡ һәм профессионализм өлгөһө күрһәтеүҙә лайыҡлы өлөш индергән медицина хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә. Награда 2020 йылдың 19 июнендә Рәсәй Президенты указы менән булдырылды.
Табиптарҙы ҙур награда менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.