Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Апрель , 15:00

Һуңғы тәүлектә – 499 кеше

Быйыл йыл дауамында 1 миллион 31 мең кешегә диспансерлаштырыу үткәреү планлаштырыла. 

Һуңғы тәүлектә – 499 кеше
Һуңғы тәүлектә – 499 кеше

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 499 кешегә коронавирус инфекцияһы йоҡҡан. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне.

Дөйөм алғанда, был диагноз пандемия башланғаны бирле 278 мең кешегә ҡуйылған. Әлеге ваҡытта 71 кеше дауаханаларҙа ята, уларҙың туғыҙының хәле ауыр тип баһалана. 2809 кеше сир менән өйҙәрендә көрәшә. 269 728 кеше был сирҙе еңгән, уларҙың 480-е һуңғы тәүлектә. Ковид-госпиталдәрҙә 790 урын бар, уларҙың 33,2 проценты биләнгән.

Азат Рәхматуллин белдереүенсә, вакцинация дауам итә. 2409408 кеше уның икенсе компонентын һалдырған, бер тәүлектә – 618 кеше.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда пандемия менән хәлдәр тотороҡланғас, диспансерлаштырыу башланды. Йыл башынан алып уны 158 мең кеше үткән. Дөйөм алғанда, йыл дауамында 1 миллион 31 мең кешене тикшерергә йыйыналар.

– Коронавирус менән ауырыған кешеләргә тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыу ҡаралған, уны 28545 кеше үтте. Был – пландың һигеҙ проценты, – тине ул.

Шулай уҡ министр вазифаһын башҡарыусы белдереүенсә, 18 апрелдән республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башлана. Юғары категорияла табиптар менән автобустар алты маршрут буйынса республика райондары буйлап юлланасаҡ.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына табиптарҙы ҡаршы алырға һәм алыҫтағы ауылдарҙан кешеләрҙе килтереүҙе ойошторорға ҡушты.

Фото: фок-свобода.рф

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в