Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2022, 13:30

Дарыуҙар мәсьәләһе көн үҙәгенән төшмәйәсәк

Былтыр льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан дүрт миллиард һум йүнәлтелде, ә федераль үҙәктән – 1,78 миллиард һум. Быйыл да ошо финанс  күләмдәре  һаҡланды...

Дарыуҙар мәсьәләһе көн үҙәгенән төшмәйәсәк
Дарыуҙар мәсьәләһе көн үҙәгенән төшмәйәсәк

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса дәүләт программаһы үтәлеше, халыҡҡа медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу мәсьәләләре  көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Бөгөн һәр яҡлап санкциялар баҫымы аҫтында ҡалған ҡатмарлы осорҙа,   дарыуҙарға ихтыяж бермә-бер артҡан мәлдә дарыухана һәм дауалау учреждениелары эшен йәһәтерәк яраҡлаштырып  ҡороу мөһим.  Төп маҡсат –   йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар резервын  булдырыу.

 Шул йәһәттән республикабыҙҙа дәүләт дарыуханалары селтәрен үҫтереү дауам итәсәк. Ошо көндәрҙә  генә Межгорье ҡалаһы халҡының ҙур  һөйөнөс кисереүе быға асыҡ миҫал. Ҡалала асылған яңы  дәүләт дарыуханаһы тәүге һатып алыусыларын  ҡаршы алды. “Башфармация” предприятиеһы  әүҙем үҫешәсәк, яңы дарыуханалар асыласаҡ, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эш дауам итәсәк.  Предприятиеның төп бурысы – республика халҡының  дарыуҙарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү,  һатып алыу мөмкинлеген арттырыу. Яҡын арала  республикабыҙҙа тағы ла яңы дарыуханалар асылыуы көтөлә.

–Оҙаҡламай “Өфө” халыҡ-ара аэропортының эске авиалиниялары терминалында, Нуриман районының Павловка ауылында дарыуханалар эшләй башлаясаҡ,– тип, һөйөнөстәре менән уртаҡлашты “Башфармация”  предприятиеһының генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина.

“Былтыр льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан дүрт миллиард һум йүнәлтелде, ә федераль үҙәктән – 1,78 миллиард һум. Быйыл да ошо финанс  күләмдәре  һаҡланды,” – тип билдәләп үткәйне Хөкүмәт Премьер-министры  Андрей Назаров сираттағы  ултырыштарҙың береһендә. “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы,  быйыл  ике мең данаға яҡын  1,5 миллиард һумлыҡ медицина ҡорамалы алынған. Уларҙы ремонтлау, сервис хеҙмәтләндереүе мәсьәләләрен  хәл итеү иҫәпкә алынған.  Санкциялар баҫымына ҡарамай, күпселек фармацевтика тауарҙары етештереүселәренең  Рәсәйҙә эшен дауам итеүҙәре, етештереү һәм поставкалар күләменең, шул иҫәптән сит ил препараттарының, былтырғы кимәлдән юғарыраҡ булыуы билдәле.

Март айында Рәсәйҙә сит ил дарыуҙарының  баҙарға сығыу шарттарын ябайлаштырыу  һәм уларҙы оригинал ҡаптарҙа һатыуға сығарыуҙы рөхсәт итеү тәҡдим ителде. Был сара дарыуҙарға ҡытлыҡ тыуғанда тормошҡа ашырыласаҡ. Бындай “йомшартыуҙар” Рәсәй биләмәһендә теркәлгән дарыуҙарға ғына ҡағыла, ҡаптарға препарат тураһында рус телендә мәғлүмәт булған стикер йәбештерелә.

 Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәге тағы бер яңылыҡ:   Башҡортостанға ике сит ил препараты – “Молнупиравир” һәм “Эвушелд” килтерелде. Улар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн ҡулланыласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, “Молнупиравир” стационарҙа, шулай уҡ амбулатор шарттарҙа коронавирусты дауалау өсөн файҙаланыла. Ул “Фавипиравир”ға ҡарағанда көсһөҙөрәк, әммә еңелерәк үткәрелә. “Эвушелд” препаратын республика ике мең ҡап күләмендә алды, ул вакцина яһатыуға ниндәйҙер ҡаршылыҡ булған осраҡта, хроник сирле, иммунитеты ҡаҡшаған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Улар иҫәбенә онкология, ВИЧ-инфекция, ревматизм, аутоиммун, бауыр сирҙәре инә. Препаратты профилле табиптар – онкологтар, ревматологтар, гемодиализ үҙәктәре белгестәре тәғәйенләй ала. Был препараттар рецепт буйынса түгел, төп сирҙе дауалау урынында пациенттарға биреләсәк. Исемлек әҙерләнеү өҫтөндә.

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты, бер ниндәй баҫымға ла  ҡарамаҫтан, үҙгәрешһеҙ ҡала  – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото:2pos.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: