Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2022, 08:00

Дарыуҙы сәй менән эсергә яраймы?

Әгәр дарыуҙы һыуһыҙ ғына йотһаң?

Дарыуҙы сәй менән эсергә яраймы?
Дарыуҙы сәй менән эсергә яраймы?

Ҡайһы берәүҙәр дарыуҙарҙы сәй менән эсергә яраймы, юҡмы, тип ҡыҙыҡһына. Бешерелгән сәйҙә әүҙем матдәләр концентрацияһы түбән, шулай булғас,  уның дарыуҙар тәьҫирлегенә зарар килтереүе мөмкин  дә түгел кеүек.  

 Табиптар әйтеүенсә, дарыу эсеү өсөн иң һәйбәте – һыу. Тимерле препараттар, йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн дарыуҙар, антидепрессанттар ҡабул итеү өсөн бары һыу ҡулланырға кәрәк, сөнки сәй уларҙың тәьҫирен юҡҡа сығарыуы, хатта зарар килтереүе мөмкин.

Әгәр дарыуҙы һыуһыҙ ғына йотһаң? Шыйыҡлыҡ дарыуҙың йотҡолоҡ һәм ҡыҙыл үңәс аша  иркен рәүештә ашҡаҙанға барып етеүе һәм эшләй башлауы  өсөн кәрәк.  Дарыу төймәһен һыуһыҙ   йоторға тырышһағыҙ, уның ҡыҙыл үңәстә тотҡарланып ҡалыуы ихтимал.  Хатта лайлалы тиресәне зарарлауы, шеш барлыҡҡа килтереүе мөмкин.  Шуға күрә дарыуҙарҙы кәм тигәндә 100 миллилитр күләмендәге һыу менән эсергә кәрәк.

Фото:kakprosto.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: