Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2022, 18:30

Сираттағы тулҡындың майҙа башланыуы ихтимал

Ул ваҡытта ниндәй сикләүҙәргә кире ҡайтырға тура килеүе бар?

Сираттағы тулҡындың майҙа башланыуы ихтимал
Сираттағы тулҡындың майҙа башланыуы ихтимал

Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сираттағы брифинг үткәрҙе, унда ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова һәм Республикаға идара итеү үҙәге белгесе Алиса Шәмсетдинова ҡатнашты.

Вирусологтар фаразы буйынса, май уртаһында коронавирустың сираттағы тулҡыны башланыуы  ихтимал. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе. Әйтеүенсә,  республикала коронавирус сире таралыуҙы иҫкәртеү саралары дауам итә, вакцинация ла бара. Ләкин хәлдәр хөртәйгән осраҡта, яңыраҡ социаль дистанцияны һаҡлау буйынса алынған сикләүҙәргә кире ҡайтырға тура килеүе ихтимал, ә халыҡ күп йөрөгән урындарҙа мотлаҡ битлек кейергә кәрәк.

"Беҙ яңы тулҡындың еңелерәк үтеүен күҙаллайбыҙ, сөнки май - ҡояштың әүҙемлеге, ҡала ситендәге участкаларҙа тарҡау хеҙмәт осоро", - тип билдәләне Кононова. Ул республикала тейешле дарыуҙар запасы булдырылыуын, яңы инфекция госпиталдәре асылыуын, инфекцияны еңеп сығыу өсөн бөтә ғәмәлдәр барлығын хәтергә төшөрҙө. Ирина Кононова ҡала ситенә сығыусы республика халҡына үҙҙәрен башҡа хәүефле ауырыуҙарҙан – геморрогик биҙгәктән, борреллиоздан һаҡларға кәңәш итте.

"Миҙгел башланғас, төбәктә талпандар әүҙемләшә. Талпанды мотлаҡ ике инфекцияға тикшертеү зарур: энцефалитҡа һәм боррелиозға. Уларҙың икеһе лә беҙҙең республика өсөн көнүҙәк", - тине Ирина Кононова.

Шулай уҡ брифингта медицина рецепт буйынса һатылған дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса хәлде тотороҡландырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Атап әйткәндә, Ирина Кононова дефицитҡа әүерелгән яңы дарыуҙар, ҡалҡан биҙе өсөн “Х-тироксин” препараты тураһында әйтеп үтте.

"Әгәр ике аҙна элек беҙҙең дарыуханаларҙа 40 мең самаһы ҡап дарыу булһа, 1 апрелгә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙә дарыуҙарҙың хәрәкәтен мониторинглау системаһында 109 мең ҡап барлығы мәғлүм. Һүҙ ажиотаж тыуҙырған ихтыяжға ярашлы, республиканың дарыухана ойошмаларын 26-28 мартта өҫтәмә препараттар менән тулыландырыу тураһында  бара", - тине министр урынбаҫары. Кәрәкле дарыуҙар эҙләүгә бәйле ауырлыҡтар килеп тыуған осраҡта, Ирина Кононова "Намыҫлы билдә" ("Честный знак") кеҫә ҡушымтаһын файҙаланырға тәҡдим итте.

"Әгәр система дарыуҙың булыуын күрһәтһә, ә ысынында иһә ул юҡ йәки дарыухана уны рецепт булған осраҡта ебәреүҙән баш тарта икән, "Росздравнадзор"ға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һүҙ лицензия талаптарын һәм шарттарын боҙоу, дарыу алып барылмауы хаҡында бара", - тине ведомство вәкиле. Башҡа дарыуҙар буйынса мөрәжәғәттәр ҙә кәмене, тип билдәләне министр урынбаҫары.

Фото: rbk.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: