Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель , 09:30

Межгорьела – яңы дарыухана

Ҡала халҡы уның уңайлы урында урынлашҡанын, машиналар өсөн туҡталҡа булыуын, тауар төрҙәренең күплеген, иң мөһиме, дарыуҙарҙы ял көндәрендә лә, кискеһен дә һатып алыу мөмкинлеген юғары баһаланы.

Межгорьела – яңы дарыухана
Межгорьела – яңы дарыухана

Межгорье ҡалаһында асылған яңы дарыухана тәүге һатып алыусыларын  ҡаршы алды. Ҡала халҡы уның уңайлы урында урынлашҡанын, машиналар өсөн туҡталҡа булыуын, тауар төрҙәренең күплеген, иң мөһиме, дарыуҙарҙы ял көндәрендә лә, кискеһен дә һатып алыу мөмкинлеген юғары баһаланы.

“Башфармация” әүҙем үҫешә, яңы дарыуханалар асыла, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыра.  Предприятиеның төп бурысы – республика халҡы өсөн дарыуҙарҙы һатып алыу мөмкинлеген арттырыу. Яҡын арала тағы ла яңы дарыуханалар асылыуы көтөлә.

– Оҙаҡламай “Өфө” халыҡ-ара аэропортының эске авиалиниялары терминалында, Нуриман районының Павловка ауылында дарыуханалар эшләй башлаясаҡ, – тине “Башфармация”  предприятиеһының генераль директоры Әлфиә Рәхмәтуллина.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в