Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2022, 08:30

Табиптарҙың уң ҡулы

“РуСкан 60” системаһы – урта кластағы тәьҫирле һәм ышаныслы аппарат, һүрәттәрҙең юғары сифатлы булыуын тәьмин итә һәм диагностиканы тиҙләтә.

Табиптарҙың уң ҡулы
Табиптарҙың уң ҡулы

Благовещен үҙәк район дауаханаһы  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, “РуСкан60” ультратауыш аппараты алды. Система төрлө тикшеренеүҙәр өсөн алдынғы инструменттар  менән йыһазландырылған.

“РуСкан 60” системаһы – урта кластағы тәьҫирле һәм ышаныслы аппарат, һүрәттәрҙең юғары сифатлы булыуын тәьмин итә һәм диагностиканы тиҙләтә. Ҡорамалды файҙаланыу уңайлы, ул табиптың эшен еңеләйтә һәм һөҙөмтәлеген арттыра. Уны ҡулланыу өлкәләре киң: абдоминаль тикшеренеүҙәр, акушерлыҡ һәм гинекология, тамырҙарҙы тикшереүҙәр, эхокардиография, травматологияла, ортопедияла, педиатрияла һәм неонатологияла ультратауыш тикшеренеүҙәр.

– Был ультратауыш системаһы табиптарға пациенттарҙың эске ағзалары торошо тураһында теүәл мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә, – ти Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: