Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Апрель 2022, 22:30

“Ҡан баҫымының юғарылығын белмәй йөрөгәнмен...”

Был йәһәттән табип ниндәй кәңәштәр бирә?

“Ҡан баҫымының юғарылығын белмәй йөрөгәнмен...”
“Ҡан баҫымының юғарылығын белмәй йөрөгәнмен...”

Бер ваҡытта ла “ҡан баҫымым юғары, башым ауырта, үҙемде насар тоям” тип зарланғаным булманы. Хатта байтаҡ ваҡыт ҡан баҫымының 170/100 булыуын белмәй йөрөгәнмен. Ауыртмағас, бер ни ҙә борсомағас, табипҡа бараһыңмы ни?

Хеҙмәт бурыстарымды һәйбәт башҡарам, эшкә һәләтлелек юғары. Шундай мәлдә осраҡлы рәүештә ҡан баҫымының юғары булыуын, бының сәләмәтлек өсөн хәүефле икәнен иҫкәрттеләр. Гипертония проблемаһы күптәрҙе борсоғанын беләм, шуға күрә мине дауалаған табиптың яуабын һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.

“Йыш ҡына гипертония сире яйлап үҫешә, кешенең уны бөтөнләй һиҙмәүе ихтимал. Хәҙерге ваҡытта юғары ҡан баҫымының инсультҡа, миокард инфарктына килтереү мөмкинлеген раҫлаған дәлилдәр етерлек. Тик шуныһы, ҡайһы берәүҙәр ҡан баҫымы юғарылығын оҙаҡ ваҡыт белмәй йөрөй, һаулығына зарланмай. Үҙеңде яҡшы тойоу сәләмәтлегеңә бер ниндәй хәүеф янамай тигәнде аңлатмай. Ҡыҫҡаса әйткәндә, инфаркттың көн һайын баш ауыртыуына зарланған, үҙен насар тойған пациент менән бер рәттән, бер ниндәй хәүеф билдәләре күҙәтелмәгән кешене лә  һағалауы мөмкин. Тимәк, гипертония күҙәтелгән кешеләргә һаулығына иғтибарлы булыу мотлаҡ”, – тине табип Әнисә Таһир ҡыҙы.   

Фото: lasalute-clinie.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в