Башҡорт дәүләт медицина университетында гигиена, эпидемиология өлкәһендә эшләгән белгестәр һәм ветерандарҙың студенттар менән осрашыуы үтте.
Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак билдәләүенсә, эпидемиологтар – һирәк осраусы белгестәр, уларҙың һаны аҙ. Рәсәйҙә ошондай мөһим белгестәрҙе бары 28 юғары уҡыу йорто һәм алты колледж әҙерләй. 2022 йыл Рәсәйҙең санитар-эпидемиология хеҙмәте өсөн иҫтәлекле, тармаҡ 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Сентябрҙә федераль ведомствоға нигеҙ һалыныуына бер быуат була. Республика хеҙмәте бер йылға һуңыраҡ эш башлай. Бөгөн был өлкәлә меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре кешеләрҙең һаулығы һағында тора.
Тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, эпидемиология тураһындағы белемгә Гиппократтың нигеҙ һалыуын күрәбеҙ. Беҙҙең көндәргә уның “Эпидемиялар тураһында ете китап”, “Һауа, һыу һәм ятҡылыҡтар” тураһындағы әҫәрҙәре килеп еткән. Бынан 2 400 йыл элек “эпидемия” һүҙе аҫтында кешеләр араһындағы сирҙәрҙең таралыуын аңлағандар.
Фото: usma.ru