Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Апрель , 10:37

Ҡара төктәр йонсотһа...

gerpespro.ru
Фото:gerpespro.ru

Биттәге ҡара төктәр йонсотамы? Улайһа был рецепт тап һеҙҙең өсөн.

Тәҡдим итәсәк битлек-скраб тирене тәрәнтен таҙалау өсөн тәғәйенләнгән. Аҙнаһына бер тапҡыр эшләп торһағыҙ, тирегеҙ шымарып китер, төктәр ҙә юғалыр. Өҫтәүенә уға тәғәйен ингредиенттар ҡиммәт тә түгел.

Был битлекте әҙерләү өсөн беҙгә ике аш ҡалағы күк балсыҡ (дарыуханала һатыла), бер аш ҡалағы ябай тоҙ, ике аш ҡалағы ромашка төнәтмәһе, 10 тамсы сәй ағасы майы кәрәк буласаҡ.

Тоҙға күк балсыҡты, сәй ағасы майын ҡушып болғатабыҙ ҙа ромашка һыуын ҡоябыҙ. Артабан ҡуйы ҡаймаҡ рәүешенә еткәнсе йәнә болғатабыҙ. Бына мөғжизәле битлек әҙер ҙә – алдан тирләтеп таҙартылған тирегә уны яғабыҙ һәм 20 минут буйы тотабыҙ. Һуңынан йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

Миләүшә САЙТАКОВА менән Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әҙерләне

Читайте нас в