Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Апрель 2022, 10:30

Ҡайын бөрөһө йыйыр мәл

zen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

Ҡайын бөрөһөн иртә яҙҙа – ағастарҙа һут әүҙемләшкән мәлдә – йыйырға кәрәк. Был ваҡытта бөрөләр ыҫмалалы һәм хуш еҫле, тик әле асылып етмәгән – тимәк, иң ҡулай мәл. Иртәрәк өҙгәндә файҙалы матдәләре аҙ буласаҡ, һуңға ҡалырға ла ярамай.

Үҙ ваҡытында йыйылған бөрөлә эфир майҙары, С витамины, каротин, алколоидтар, май кислоталары бар, микроэлементтар күп. Файҙалы үҙенсәлектәренән елһенеүгә ҡаршы тороусанлығын һәм бактерияларға ҡаршы көрәшеүҙә, шулай уҡ яра­ларҙы уңалтыуҙа һөҙөмтәлелеген атап китергә кәрәк.

Ҡайын бөрөһөнән яһалған төнәтмәне сыйылған, ярылған, ҡырҡылған тирегә һөртөп дауалауҙы электән белгәндәр. Бынан тыш, бөрөләр ашҡаҙан-эсәк юлы эш­мәкәрлеген яйға һалыуға булышлыҡ итә, бауыр, бәүел ҡыуығы сирҙәрендә, ревматизм, подагра булғанда һөҙөмтәле ярҙам итә. Составында флавоноидтар, эфир майҙары булғанлыҡтан, уны бәүел һәм үт ҡыуҙырған сара итеп тә файҙаланырға мөмкин.

Ҡайын бөрөһө төнәтмәһен шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә лә ҡулланырға кәңәш итәләр, ни өсөн тигәндә, ул был ауырыуға юлдаш хәлһеҙлекте, гиповитаминозды, ашҡаҙанды дауалаусы булараҡ билдәлелек алған.

Төнәтмә яһау өсөн бер балғалаҡ кипкән һәм ваҡланған бөрөнө бер стакан һыуҙа 30-40 минут ҡайна­талар. Аҙаҡ һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә кәңәш ителә. Ғәҙәттә, ошо рәүешле ике-өс ай дауа­ланырға.

Һәр осраҡ буйынса ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Миләүшә САЙТАКОВА менән Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әҙерләне

Читайте нас в