Лавр япрағын бик шәп аш тәмләткес булараҡ беләбеҙ. Ә бына унан быуын һыҙлағанда килешә торған төнәтмә һәм май яһарға ла була икән.
Төнәтмә эшләр өсөн 25-30 лавр япрағын ике стакан һыуға һалып 10 минуттан ашыу ҡайнатабыҙ. Ҡайнаған ваҡытта эфир майҙары осоп сыҡһын өсөн ҡапҡасын асып торабыҙ. Шулай итеп, әҙер төнәтмәне ауыртҡан ерҙәргә ыуабыҙ. Уны һыуыҡ урында 7-10 көн һаҡларға була.
Быуын һыҙлауынан бик файҙалы май эшләү өсөн 1:2 нисбәтендә вазелин һәм ваҡланған лавр япрағы кәрәк буласаҡ. Уларҙы бергә ҡушып 30 минут һыу боҫонда ҡайнатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны һыҙлаған урындарға һөртәбеҙ.
Миләүшә САЙТАКОВА менән Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әҙерләне