Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы һәм эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуы һөҙөмтәһендә халыҡты диспансерлаштырыу туҡтатылып торғайны. Хәҙер был эш яңынан тергеҙелде.
Диспансер күҙәтеүе 18 йәштән 39 йәшкә тиклемгеләр өсөн – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәнерәктәр өсөн йыл һайын уҙғарыла. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк икәнен һәр кем белә. Өҫтәүенә, диспансерлаштырыу бушлай үткәрелә.
Тәүге этапта сир асыҡланған осраҡта, терапевт пациентты ентекле тикшеренеү үтер өсөн тейешле белгестәргә ебәрә. Һуңғы ваҡытта, табиптар әйтеүенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары артҡан. Шәкәр диабетына юлыҡҡан сирлеләр дауаханаға йыш мөрәжәғәт итә. Ковид кисереүселәр ҙә комплекслы медицина тикшереүе үтә ала. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, 122 телефоны буйынса йәки үҙегеҙ беркетелгән поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 21 февраленән, санитария-эпидемиологик талаптарҙы иҫәпкә алып, иҫкәртеү медицина тикшереүҙәрен һәм өлкәндәрҙең айырым төркөмдәрен диспансерлаштырыуҙы үткәреү тергеҙелде. Шәмбе көндө лә үтергә мөмкин. Беренсе этапты үтеү һөҙөмтәһенә ҡарап, табип пациентты икенсе этапҡа ебәреүҙе хәл итә.
Бынан тыш, дауаханаларҙа көндөҙгө стационарҙар һәм поликлиникалар эшләй башлай. Быйыл диспансерлаштырыуҙы 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 һәм 39 йәшлектәр үтергә тейеш.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА