Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Апрель , 09:34

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләйек

Стресс “эске көсөргәнеш” тигәнде аңлата.

psychologies.ru
Фото:psychologies.ru

Беҙ был һүҙҙе йыш ишетәбеҙ. Стресс башҡорт телендә “эске көсөргәнеш” тигән мәғәнәне аңлата. Кем генә көсөргәнеш кисермәгән дә кем генә унан сығыу юлын эҙләмәгән! Күптәр шул арҡала һаулығын, кешеләргә ышанысын, тормош йәмен юғалта. Стресс – беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө, тимәк, уны ҡабул итә белергә кәрәк. Ул – тышҡы ҡуҙғытҡыстарҙан  организмыбыҙҙың һаҡланыу реакцияһы.

Табиптар стрестың организмға яҡшы йоғонто яһауын да билдәләй, тик ул саманан артыҡ булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, һыу буйында ҡомда ҡыҙыныу. Ярты сәғәт тирәһе ҡояш нурҙарына ҡойоноуҙың тән тиреһе өсөн стресс булыуы, һөҙөмтәлә тиренең ҡарайыуы билдәле. Әгәр ҙә кеше ҡояш аҫтында бер нисә сәғәт ятып, тиреһен яндырһа, был инде зарарлы стресс.

Ни өсөн эске көсөргәнеш ҡайһы саҡта яҡшы? Ул кешенең иғтибарын һәм хәүеф тойғоһон арттыра.Ҡурҡыныс килгәндә баш мейеһе әүҙем эшкә тотона, ул һәләк булмаҫ өсөн ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Ҡыҫҡаһы, стресс кешене ҡурсалай. Әгәр ҙә эске көсөргәнеш саманан тыш артыҡ икән, быныһы сәләмәтлек өсөн үтә насар, был саҡта уны контролдә тоторға йәки ваҡиғаның әһәмиәтен кәметергә тырышырға кәрәк, ти психологтар.

Әммә йүгәнләп булмай торған хәл-әхүәлдәр ҙә була, мәҫәлән, ер тетрәүе йәки янғын сығыуы. Кешеләр ҙур стресс кисерә, ығы-зығы, ҡурҡыу, сыуалыш башлана, һиҙгерлек юғала. Бының сәләмәтлеккә ҙур зарар килтереүе мөмкин.

Ҡайһы саҡта тормоштағы ауыр хәл, стресс кисереү үҙ юлыңды табырға, яҙмышыңды яҡшы яҡҡа үҙгәртергә лә ярҙам итә. Бындай осраҡтар тирә-яғыбыҙҙа етерлек. Мәҫәлән, ата-әсәһе ҡуйынынан сығып, сит ҡалаға уҡырға киткән үҫмер аҡсаһыҙлыҡтан, яңғыҙлыҡтан ҙур стресс кисерә. Әммә ул үҙендә көс табып, тырышып-тырмашып уҡый, төрлө юлдар менән аҡса таба, үҙаллылыҡҡа ирешә.

Эйе, хәҙер боронғо замандарҙағы кеүек тереклек итер өсөн аҙыҡ эҙләргә кәрәкмәй. Әммә хәстәрлектәр һис кәмемәй, беҙ бөгөн лайыҡлы эш хаҡы, карьера, сәйәсәт, иҡтисад, енәйәтселек, эшһеҙлек, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу һәм башҡа иҫәп-хисапһыҙ мәсьәләләр эсендә йөҙәбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙа көндәлек проблемалар ҙа етерлек: ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ, эштәге ҡытыршылыҡтар, имтихан, ауырыуҙар һәм башҡа хәл ителмәҫтәй тойолған эреле-ваҡлы күңелһеҙлектәр кешенең физик һәм психологик торошона кире йоғонто яһай.

Нисек кенә ауыр булмаһын, стрестан сығыу юлы бар, тип иҫәпләй белгестәр. Тәү тапҡыр был мәсьәләне Канада эндокринологы Ганс Селье өйрәнә башлай, һәм ул “стресс теорияһы”н барлыҡҡа килтерә. Ғалим иҫәпләүенсә, организм хәүеф, ҡурҡыу, ауыртыу, өшөү, физик көсөргәнеш, эмоциональ тетрәнеү кисергәндә уның һаҡлау механизмдары әүҙемләшә. Был үҙеңде яҡлау реакцияһы ғына түгел, ә бер типтағы физиологик процесс та. Тап ошо мәлдә организм ресурстары тулыһынса мобилизациялана, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаға ҡаршы торорға яраҡлаша. Кеше организмы көсөргәнеш аҫтында  ифрат ҙур күләмдә энергия һәм көс сарыф итә.

Стрестың үҙенсәлектәрен өйрәнгән ғалим ошондай гипотезаны яҡлап сығыш яһай: кеше организмы ғүмере буйына кисергән дөйөм стрестар ауырлығы тәьҫиренән  ҡартая. Һәр кисереш организмдың химик балансында төҙәтеп булмай торған үҙгәрештәргә килтерә. Был механизмдар күҙәнәктәрҙең ҡартайыу процесын эшкә ебәрә, бөтә системаларға һәм баш мейеһенә кире йоғонто яһай.

Ғалимдың теорияһын тәрән өйрәнеү беҙҙең маҡсат түгел, уның ниндәй һығымтаға килгәнен генә телгә алмаҡсыбыҙ. Кеше һау-сәләмәт булырға һәм оҙаҡ йәшәргә теләһә, ул мотлаҡ стресты иҫкәртергә өйрәнергә тейеш. Уны сир булараҡ та ҡарарға мөмкин, ә теләгән бер сирҙе, дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеүе еңелерәк. Шул сәбәпле, ваҡытында кире тойғоларҙан ҡотолоу, психологик һәм физик талсығыуҙан арыныу кәрәк.

Тәьҫирле иҫкәртеү ысулдары бер нисә. Организмдың функциялары көйлө булһын өсөн кеше ваҡытында ял итергә тейеш. Эшегеҙ быуа быуырлыҡ булһа ла, ял итер өсөн ваҡыт табығыҙ. Беҙ бында физик ялды ғына күҙ уңында тотмайбыҙ, кешегә психологик ял да бик ныҡ әһәмиәтле. Уның алымдары етерлек: саф һауала йөрөү, китап уҡыу, һәйбәт, күңелгә ятҡан кинофильм ҡарау, дуҫ-иш менән осрашыу, ижад менән шөғөлләнеү һәм башҡалар. Һәр шөғөл кәйефегеҙҙе күтәрһен, күңелһеҙлектәрҙән аралаһын.

Сәләмәт йоҡо – сәләмәтлек нигеҙе. Йоҡоһо туйған кеше стрестарға бирешеп бармай, тотороҡлолоғо көслө. Һәр ваҡыт яҡшы формала булыр өсөн тәүлегенә 7-8 сәғәт йоҡларға кәрәк. Бүлмәгеҙ елләтелгән булһын.

Дөрөҫ туҡланыу бөтәбеҙ өсөн дә мөһим. Белеүебеҙсә, стресс организм эшмәкәрлегендә өҙөклөктәр тыуҙыра, шуға күрә уның тейешле витаминдар, микроэлементтар алыуы мотлаҡ. Бынан тыш, дөрөҫ туҡланыу сыҙамлыҡты һәм физик көстө арттыра, иммунитетты күтәрә. Тимәк, стресҡа тотороҡлоҡ та бер нисә тапҡырға  арта тигән һүҙ.

Спорт һәм физик хеҙмәт – стресты иҫкәртеүҙә бына тигән сара, улар иҫәбенә организм артыҡ энергиянан ҡотола. Һәр кем үҙенең мөмкинлектәренә тап килгән, күңеленә ятышлы шөғөлдәр тапһын. Даими массаж сеанстары организмға яҡшы тәьҫир итә, көсөргәнеште һәм арыуҙы бөтөрә. Ғәмәлдә быны стресҡа ҡаршы ысын терапия тип ҡарарға кәрәк. Профессиональ оҫталарға барыу ҙа мотлаҡ түгел, еңелсә массажды яҡындарығыҙ ҙа өйҙә яһай ала.

Һыу – тормош сығанағы ғына түгел, ә организмға яҡшы йоғонто яһаған, психик һәм эмоциональ көсөргәнештән арындырған сара ла. Бассейнда йөҙөү, мунса инеү, йәйен һыу ятҡылыҡтарында ҡойоноу һеҙҙең хәүефләнеүегеҙҙе, хафалы уйҙарығыҙҙы, икеләнеүегеҙҙе, арыу-талсығыуығыҙҙы “йыуып” төшөрөр. Ошо әйтелгән ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырһағыҙ, стресс кимәлен бер нисә тапҡырға кәметтегеҙ, физик һәм психологик яҡтан сыҙамлыраҡ булдығыҙ тигән һүҙ.

Ғөмүмән, уңышһыҙлыҡтарға һәм проблемаларға мөнәсәбәтегеҙҙе үҙ­гәртегеҙ. Гел генә негатив, кире тойғолар солғанышында йөрөмәгеҙ, ауырлыҡтарҙы бер нисә өлөшкә бүлегеҙ, шул саҡта уларҙы хәл итеү еңелләшәсәк, тип иҫәпләй белгестәр. Алдығыҙға көс еткеһеҙ күп бурыстар ҡуйыуҙан ҡотолоғоҙ, әллә күпме эште бер юлы башҡарырға тырышмағыҙ.

Уй-фекерҙәрегеҙҙе яҡшылыҡҡа, ыңғай мәлдәргә йүнәлтегеҙ. Юмор, йылмайыу, үҙегеҙҙең кәмселектәрегеҙҙән көлә белеү һеҙҙе көслөрәк, тормошоғоҙҙо еңелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итер. Сәйәхәткә, тәбиғәт ҡосағына сығығыҙ, күрше район-ҡалалар менән танышығыҙ. Яңы хис-тойғолар, кисерештәр, тәжрибә туплау – барыһы ла һеҙҙең файҙаға.

Тағы бер кәңәш: гел генә зарланған, уфтанған, кире тойғолар уятҡан, бер ниҙән дә ҡәнәғәт булмаған кешеләр менән аралашмағыҙ, энергияғыҙҙы һаҡлағыҙ, әрәм-шәрәм итмәгеҙ.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас в