

Сәсегеҙ ҡойолоуҙан туҡтап, ҡуйырып үҫеп китһен тиһәгеҙ, ошо ысулды ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.
Бер йомортҡаның һарыһы, бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ дегәнәк майы, бер балғалаҡ кокос майы, бер балғалаҡ зәйтүн майы алабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ ирегәнсә болғайбыҙ. Артабан сәс төптәренә яҡшылап һылайбыҙ, башты полиэтилен менән урап, йылы башлыҡ кейеп, бер сәғәт тотабыҙ. Тейешле ваҡыт үткәс, йомшаҡ шампунь менән йыуып алабыҙ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ, сәсегеҙ нығынып китер.
Ҡалған йомортҡа ағын да әрәм итмәйбеҙ. Уға бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ он һалып, миксер менән күперткәнсе туғыйбыҙ ҙа биткә яғып, 20 минут ятып торабыҙ. Артабан йылымыс һыу менән йыуып, крем һөртөп ҡуябыҙ.
Миләүшә САЙТАКОВА менән Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әҙерләне