Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель , 12:00

Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн

Биш күнекмә

Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн
Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн

Күнегеүҙәрҙе башҡарғанда мотлаҡ ошо ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
*был комплексты көнөнә бер тапҡыр - иртән йә кис - яһарға
*һәр күнегеүҙе 5-тән алып 30 тапҡырға тиклем эшләргә
*көсөргәнеште яйлап өҫтәй барырға
*күнегеүҙе яһар алдынан күҙлек йә линзаларҙы сисергә
*талғын хәрәкәттәр ярҙамында башҡарырға
*һәр күнегеү араһында күҙҙәрҙе йомғослап алырға.

1. Тәҙрәләге нөктә.
Ҡара төҫтәге пластилинды тәҙрәгә нөктә итеп йәбештерәбеҙ. Тыштағы берәй нәмәне һайлап (ағас, өй, күк йөҙө һ.б.) ҡуябыҙ. Иң мөһиме- ул бик йыраҡта булһын. Бер нисә тапҡыр ҡарашты тәҙрәләге ҡара нөктәнән алыҫтағы шул объектҡа күсерәбеҙ. Артабан тәҙрәнең аръяғындағы нәмәне күбәйтергә лә мөмкин, тик дүртәүҙән арттырмағыҙ.

2. Үҙеңә массаж.
Мускулдарҙы ҡатырмай тура итеп ултырабыҙ. Күҙҙәрҙе киң итеп асып ҡарайбыҙ (5 секунд тирәһе), шунан ныҡ итеп ҡыҫабыҙ (5 секундҡа). Был күнегеүҙе 8-10 тапҡыр эшләү яҡшы һөҙөмтә бирә.

3. Һыу массажы. Иртән күҙҙәрҙе тәүҙә эҫе (бешерлек булмаһын!) һыу менән саябыҙ, шунан - һыуыҡ һыу менән. Кис киреһенсә - тәүҙә һыуыҡ, аҙаҡ эҫерәк һыу менән алмаш-тилмәш йыуабыҙ.

4. Ирекле рәссам.
Күҙҙәрҙе йомоп, тыныс төҫтәрҙе күҙ алдына килтереп, шулар менән матур картина яҙабыҙ. Бының өсөн бер-береһенә ышҡып ҡыҙҙырылған устарҙы ҡабаҡтар өҫтөнә һалырға мөмкин. Был күнекмә күҙҙәргә бик ҙур ҡеүәт бирә. Күҙҙәргә табан ағылған йылыны үҙегеҙ ҙә яҡшы тойорһоғоҙ. Бигерәк тә күп ваҡытын компьютер артында үткәргәндәр өсөн ошо ысулды ҡулланыу файҙалы.

5. Күҙҙәр менән "атыш"
*күпме булдыра алаһығыҙ, күҙҙәрҙе шул тиклем өҫкә һәм аҫҡа табан күсереп ҡарау
*күҙҙәр ярҙамында түңәрәк һыҙыу - тәүҙә һулдан уңға табан, аҙаҡ - киреһенсә
*горизонталь дуға буйлап ҡарау (тәүҙә уң яҡҡа, аҙаҡ һул яҡҡа күсерәбеҙ). Шулай уҡ вертикаль дуға буйынса ла йөрөтәбеҙ
*күҙҙәр менән ромб төҙөйбөҙ
*ҡағыҙға һыҙылған 8 һаны буйлап күҙҙәрҙе йөрөтәбеҙ
*тигеҙ яҡлы дүртмөйөш эсендә өҫтән-аҫҡа ҡарай һәм киреһенсә диагналь үткәрәбеҙ (ике яғына ла алмаш-тилмәш).
*бармаҡтарҙы танау мөйөшөнә ҡуйып, күҙҙәрҙе бер-береһенә яҡынайтабыҙ.
*күҙ ҡабаҡтарын йыш-йыш япҡылап-асҡылайбыҙ.


Фото:glazexpert.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в