“Атайсал” республика проекты тыуған яҡтары өсөн һәр кемгә изгелектәр ҡылырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Сермән табиплыҡ амбулаторияһының көндөҙгө стационарында ошо проект ярҙамында процедура кабинеты йыһазландырылды.
Әле педиатрия кабинетын йыһазландырыу буйынса эшләйһе бар. 2020 йылда поликлиникала капиталь ремонт яһалһа ла, йыһаздар алмаштырылмаған. Быйыл март айында йыһаздарҙың тәүге партияһы килтерелгән. Проект 25 майҙа тамамланырға тейеш. Теләгән һәр кем амбулаторияны йәнләндереүгә, йәмләүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Сермән табиплыҡ амбулаторияһын йыһазландырыу буйынса проектты башлаусыларҙың береһе – шәфҡәт туташы Лилиә Сибәғәтова. Ошонда ул 32 йыл эшләй, 16 йылын – өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында. Дүрт йыл ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгәндән һуң яңынан яратҡан хеҙмәтенә әйләнеп ҡайта. “Атайсал” проекты тураһында ишеткәс, унда ҡатнашыуға бөтә ғаиләһен йәлеп итә. Табиплыҡ амбулаторияһы өсөн йыһаздар, кәрәк-яраҡтар алыуҙа шәфҡәт туташының улдары ярҙамлаша.
–Минең улдарым Рөстәм менән Рушан Сибәғәтовтар Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Белорет районында үҫтеләр, ошондағы мәктәптә уҡынылар, аҙаҡ Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, баш ҡалала төпләнделәр. Улар беҙгә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй. Былтыр көндөҙгө стационарҙағы процедура кабинетын тулыһынса йыһазландырҙылар, амбулатория өсөн биш банкетка һатып алдылар, – ти шәфҡәт туташы. – Быйыл педиатрия кабинетын 100 мең һумға йыһазландырыу өсөн заявка бирҙек. 33 мең һумлыҡ йыһаз алынды, тағы ла көтәбеҙ. Капиталь ремонттан һуң кабинеттарҙың йәмле, уңайлы булыуын күрге килә.
Спорт ҡорамалдары етештереүсе Урал заводы директоры Азат Вилданов, фермер Мостафа Хәйруллин, Сермән ауылының Аҡһаҡалдар ойошмаһы рәйесе Хәкимйән Хәйретдинов һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын йыһазландырыуға лайыҡлы өлөшөн индергән. ”Башҡараһы эштәр күп , вывеска һәм мәғлүмәт стендтарын алыштыраһы, спонсорҙар эҙләп табаһы бар,”– ти Лилиә Сибәғәтова.
Фото: “Башинформ”.