Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Апрель 2022, 20:30

Ҡырҡ ике йыл эшләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо" рубрикаһында фельдшер тураһында һөйләне.

Ҡырҡ ике йыл эшләй
Ҡырҡ ике йыл эшләй

"Ғүмере буйына бер һөнәргә тоғро ҡалған кешеләргә һәр саҡ айырым мөнәсәбәттәмен. Бөгөн Асҡын район дауаханаһы фельдшеры Рәмзиә Ғибәҙуллина хаҡында һөйләгем килә. Ул 42 йыл эшләй.

Башта Рәмзиә Ҡауый ҡыҙы Яңауыл районының Вәрәшбаш фельдшер-акушерлыҡ пунктында акушерка була. Ә 1985 йылдан Асҡын дауаханаһында балалыҡ буйынса фельдшер булып эшләй.

Беҙҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, Рәмзиә Ғибәҙуллина Асҡын районында эшләгән осорҙа балаларҙың үлеме кәмегән, уҡыусыларҙы тикшереү яйға һалынған, күп кенә әсәйҙәр сабыйҙарына күкрәк һөтө имеҙә башлаған.

2015 йылдан ул – Асҡында дөйөм дауахана медицина персоналы фельдшеры. Ул медицина ярҙамы күрһәтеү, халыҡты вакцинациялау, насар хәрәкәтләнгәндәрҙе дауалау өсөн яуап бирә, район фельдшерҙарының эшен контролдә тота.

2021 йылдың йәйендә Рәмзиә Ғәбиҙуллина районда тәүгеләрҙән булып лайыҡлы награда – «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалын алды. Башҡортостаныбыҙ шундай намыҫлы һәм эшһөйәр кешеләргә бай", - тип яҙҙы ул.

Фото: vk.com/wall413272232_784916

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в