Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре республика профсоюз ойошмаһының VIII пленумында Башҡортостандың иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәре тантаналы шарттарҙа дипломдар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһы администраторы Светлана Кривошеева “Яңы йыл профсоюз менән” тип аталған республика фотоконкурсында еңеү яуланы. Рәсәй профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Рауль Хәлфин Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһы фельдшеры Динис Байрамғоловҡа “СOVID-19 менән көрәштәге ҡаҙаныштары өсөн” тигән иҫтәлекле миҙал тапшырҙы.
Динис Байрамғолов, педагогия колледжын тамамлағас, яҙмышын кинәт кенә үҙгәртмәксе була. Медицина колледжына уҡырға инә. Бына 12 йыл инде Сибай ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй, дауахананың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
– Йоҡоһоҙ төндәргә, нервылар көсөргәнешенә, кисергән ҡайғы-хәсрәттәргә, ҡайһы саҡта ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға өлгөрә алмай үкенеүҙәргә ҡарамаҫтан, һөнәремдең ҡәҙерен беләм, хөрмәт итәм һәм яратам, – тине фельдшер. – Һәр ҡотҡарылған ғүмер, ваҡытында күрһәтелгән ярҙам һине артабан йәшәргә, яҡшыраҡ эшләргә дәртләндерә.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.