Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Апрель , 14:30

"Сәләмәтлек поездары" юлға әҙерләнә

Ә коронавирус менән хәлдәр нисек икән?..

"Сәләмәтлек поездары" юлға әҙерләнә
"Сәләмәтлек поездары" юлға әҙерләнә

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлауға бәйле мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Төп доклад менән һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Йәнекәева сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, ағымдағы йылдың беренсе кварталында диспансерлаштырыуҙы 183 мең кеше үткән. Дөйөм алғанда, быйыл уны 1031376 кеше үтергә тейеш.

– Тәрән диспансерлаштырыу – коронавирус өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеүҙе 34139 кеше үтте. Тағы 357111 пациентты ҡарарға ниәтләйбеҙ, – тине Динара Йәнекәева.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына диспансерлаштырыу темптарын тиҙләтергә ҡушты.

“Айырыуса был ковидтан һуң төплө диспансерлаштырыуға ҡағыла. Был – Президенттың йөкләмәһе, беҙ уны үтәргә тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

Динара Йәнекәева белдереүенсә, 18 апрелдә республикала “Сәләмәтлек поезды” медицина акцияһы башлана.

Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр муниципалитет башлыҡтарына райондарға килгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн шарттар булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. “Улар тиҙ арала халыҡты килтереүҙе ойошторһон, сөнки табиптар бөтә тораҡ пункттарҙы һәм ауылдарҙы эшкәртергә тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Дөйөм алғанда, “Сәләмәтлек поездары”нан һөҙөмтә бик яҡшы. Был эште дауам итергә кәрәк".

Республика Башлығы медиктарҙың эше тамамланғас та улар менән осрашырға һәм уларға эштәре өсөн рәхмәт әйтергә теләк белдерҙе.

Коронавирусҡа килгәндә, төбәктә был сир менән ауырыусылар һаны 281 меңдән ашып киткән, анығыраҡ әйткәндә – 281401. Һуңғы тәүлектә 449 осраҡ асыҡланған. Дауаханаларҙа 114 кеше ята, уларҙың 78-е 60 йәштән өлкәндәр. 2602 кеше өйҙәрендә дауалана. Вакцинацияны тулыһынса 2419932 кеше тамамлаған.

Фото: smartik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в