Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
12 Апрель 2022, 20:15

Ковидҡа бәйле хәл нисек?

Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш штабы мәғлүмәттәренә ҡарағанда...

Ковидҡа бәйле хәл нисек?
Ковидҡа бәйле хәл нисек?

Бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәлгә арналған брифинг үткәрелде. Сараны министр урынбаҫары Елена Ғәлимуллина һәм Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова алып барҙы.

Ковид таралыуына ҡаршы көрәш штабы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә 281785 сир осрағы теркәлгән, тәүлегенә 384-кә артҡан. Бөгөн республика дауаханаларында 111 кеше дауалана, уларҙың 22-һе – ауыр хәлдә. Бер кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 2483 сирле өйҙә дауалана. Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһынан биш кешенең ғүмере өҙөлгәне теркәлгән. Дөйөм осраҡтар һаны – 5567, 60-тан өлкән йәштәгеләр һаны – 4839. Барлығы 6 962 131 тест эшләнгән. Тәүлектә был һан 9338 тәшкил иткән.

Төбәктә коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу әүҙем бара. Бөгөн Башҡортостанда был сирҙе иҫкәртеү өсөн 2 980658 доза вакцина килтерелгән. Бөгөнгә беренсе компонент менән вакцинацияланғандар һаны – 2549304 (был - вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 102,6 проценты). Вакцинацияны тулыһынса тамамланғандар – 2422127 кеше (был - вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 97,5 проценты).

Тәүлегенә вакцинаны 5019 граждан алған (беренсе компонентты – 2824, икенсеһен – 2195). 12-нән 17 йәшкә тиклемгеләрҙе вакцинациялау ҙа дауам итә. Төбәккә барлығы 3 840 доза "Спутник М" вакцинаһы килтерелгән. Беренсе компонент менән - 3 667, икенсеһе менән 2993 кеше вакцинацияланған.

Фото: ufa.kp.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в