Бөгөн, 12 апрелдә, Сибайҙа “Урал аръяғы” клиник-диагностика инфекция үҙәге тәүге пациенттарҙы ҡабул итте. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашты.
“Сибай госпитале беренсе коронавируслы пациенттарҙы ҡабул итте. Беҙ уларға тиҙерәк шәбәйһен өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ, ә Сибайҙың тәжрибәле табиптары уларға тиҙ арала аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк. Ә аҙаҡ, был мөмкин булыу менән, госпиталде бөтә Урал аръяғы кешеләрен дауалау өсөн заманса үҙәккә әйләндерәсәкбеҙ.
Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ!” – тип яҙҙы ул.
Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 бокс һәм 10 реанимация боксы урынлашасаҡ. Шулай уҡ 200 койка урынлаштырыу мөмкинлеге ҡаралған, ә ғәҙәттән тыш хәл режимында госпиталь 100 процент кислородҡа тоташтырылған 230 пациентты ҡабул итә ала.
Әлеге ваҡытта яңы медицина учреждениеһы штатында табиптар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар, рентген лаборанттар һәм лаборатория техниктары, техник персонал – йәмғеһе 70 кеше эшләй.
Инфекция үҙәге 27 үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән йыһазландырылған, шул иҫәптән юғары йышлыҡлы, транспорт, балалар өсөн тәғәйенләнгәндәре бар. Капниография менән ун монитор, ике күсмә палата рентген аппараты, алты заманса 12 каналлы ЭКГ аппараты, ҡан тамырҙарын тикшереү өсөн портатив һәм стационар, компьютер томографы, эндоскопия системалары, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм пациенттарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн башҡа ҡорамалдар ҡуйылған.
Медицина үҙәгендә диагностика һәм дезинфекция бүлексәләре, экспресс-лаборатория, дарыухана, ультратауыш, функциональ диагностика кабинеттары, эндоскопия кабинеты, диспетчер хеҙмәте, административ-хужалыҡ бүлеге ҡаралған.
Үҙәк составына медицина газы менән тәьмин итеү системаһы, кислород етештереү станцияһы, ағып төшкән һыуҙарҙы дезинфекциялау станцияһы, автотранспортты дезинфекциялау станцияһы, вертолет майҙансығы инде.
Коронавирус пандемияһы тамамланғас, инфекция үҙәгендә “йоғошло ауырыуҙар”, “терапия”, “эске сирҙәр”, “лаборатор диагностика” йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, госпиталь төҙөлөшө ике аҙна элек, 26 мартта, тамамланғайны.
Фото: "Бәйләнештә".