Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған Н.Ф. Гималея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәгенең тәбиғәт сығанағы инфекциялары бүлеге етәксеһе Эдуард Коренберг, әлегә ҡар булһа ла, талпандар миҙгеленең асылыуы хаҡында белдерә.
Шулай итеп, илебеҙҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәү өлкәһендә талпандарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелгән. Ҡояш нурҙарының урман-ҡырҙарға һибелә башлауы менән талпандар ҙа әүҙемләшә башлай, шуға һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә талпандың тешләүе эрлихиоз, коксиеллез, туляремия, талпан тифы, талпан фалижы кеүек сирҙәргә килтереүе ихтимал, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был сирҙәрҙең күбеһе өсөн баш ауыртыу, күңел болғаныу, быуындарҙың һыҙлауы, тешләнгән урындарҙың ҡыҙарыуы кеүек билдәләр хас. Ҡайһы бер осораҡтарҙа бөжәктәрҙең кешене тешләүе ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.
Ялан-ҡырҙарға сыҡһағыҙ, талпандан һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Улар түбәндәгеләр:
Әгәр талпан тешләгән икән, тиҙ арала яҡындағы медицина ойошмаһына – поликлиникаға, фельдшер пунктына – бөжәкте алдырыу һәм уны тикшертеү өсөн мөрәжәғәт итеү зарур.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.