Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Апрель , 12:30

Ағинәйҙәр ҡайын бөрөһө йыя

Улар халыҡ дауалау ысулдарын тергеҙергә теләй

Ағинәйҙәр ҡайын бөрөһө йыя
Ағинәйҙәр ҡайын бөрөһө йыя

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы ағинәйҙәре ҡайын бөрөһөнөң шифалы үҙенсәлектәрен яҡшы белә.

Ҡайын олоно буйлап татлы һут йүгереп, бөрөләрҙең тулышҡан ғына сағы, йыйып өлгөрөргә кәрәк.

“Улар һорғолт-буҙ төҫтә, төбөнән әҙерәк йәшәреп торғандары ла осрай. Хуш еҫле, ҡулда ыуалаһаң, еҫе тағы ла көсәйеп китә. Иртәрәк йыйыуҙың мәғәнәһе юҡ, бөрөлә файҙалы матдәләр аҙ була”, –  тип бөрө йыйыу сере менән бүлешә ағинәйҙәр.

Ҙур ҡалаларҙан һәм хәрәкәт көслө булған трассаларҙан алыҫтараҡ йыйырға кәрәк икән уларҙы. Ҡайын бөрөһөн асыҡ һауала йәиһә махсус киптергестә киптереп, быяла һауытта, туҡыманан тегелгән йәиһә ҡағыҙ тоҡсайҙа һаҡлайҙар.

Тәбиғәт дарыуының файҙалы үҙенсәлектәре медицинала яҡшы билдәле. Шифаһы һанап бөткөһөҙ, төрлө ауырыуҙарҙан яҡшы дауа. Ағинәйҙәргә эйәреп, бүтәндәр ҙә хозур яҙғы урманды ҡыҙырыр, ҡайын бөрөләре йыйып, үҙҙәренең һаулығын һаҡлау сараһын күрер әле.

Фото: https://vk.com/sdkstaromunasip

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в