Сәләмәт булайыҡ
13 Апрель 2022, 18:30

Кардиология һәм кардиохирургияла ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Алдынғы кардиологтар артабанғы үҫеш юлдары хаҡында һөйләште.

Кардиология һәм кардиохирургияла ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?Кардиология һәм кардиохирургияла ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?
Кардиология һәм кардиохирургияла ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Өфөлә “Кардиология һәм кардиохирургия – проблемаға бер ҡараш” тигән республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Унда көнүҙәк темалар, шул иҫәптән хроник йөрәк сирҙәрен заманса диагностикалау, дауалау технологиялары, пандемия осоронда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм башҡалар ҡаралды.

“Башҡортостанда кардиология һәм кардиохирургия хеҙмәттәре тиҙ үҫешә. Төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһының нығытылыуы - дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе”, - тип белдерҙе республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева тармаҡтағы хәлдәр тураһында ентекләберәк һөйләне. Ул яҡын йөрәк-ҡан тамырҙары менән сирләгәндәрҙе дауалауға инновация ысулдарын индереү, ташламалы хаҡҡа дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм башҡалар тураһында ла әйтеп үтте.

Быйыл онлайн һәм офлайн режимдарҙа ойошторолған конференцияла Өфөнән, Санкт-Петербургтан, Ҡазандан, Силәбенән 300 тирәһе ғалим, кардиохирург, кардиолог ҡатнашты.

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас