Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Апрель 2022, 15:00

Ғүмер өсөн көрәш...

Табип-онкологтарҙы һәм пациенттарҙы етди мәсьәлә борсой, валюталар курсы артыуы һәм санкциялар баҫымы аҫтында дауалау стандарттарын һаҡлап  ҡалып булырмы? Онкология сиренә дусар ауырыуҙарҙы нимә көтә?

Ғүмер өсөн көрәш...
Ғүмер өсөн көрәш...

Онкология сиренә дусар ауырыуҙарҙы нимә көтә?

Пандемия ҡамасауланы...

Күпселек халыҡты бөгөн  киң  ҡулланыу тауарҙарына, аҙыҡ-түлеккә, төрлө хеҙмәттәргә  хаҡтар артыуы борсой.  Ә табип-онкологтарҙы һәм пациенттарҙы бынан да етдиерәк мәсьәлә хафаға һала, валюталар курсы артыуы һәм санкциялар баҫымы аҫтында дауалау стандарттарын һаҡлап  ҡалып булырмы?  Яман шеш менән яфаланғандарға  бөгөн тейешле препараттар етерлекме, киләсәктә дарыуҙар менән ни булыр? Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ниндәй фекерҙә?

Коронавирус тирәләй барған ығы-зығы  медицинаның башҡа тармаҡтарына иғтибарҙы кәметте, шул иҫәптән  үлем күрһәткестәре буйынса лидерлыҡты тотҡан  онкология тармағына ла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда онкология сирҙәре күрһәткесе 100 мең кешегә 293-кә тиклем күтәрелде (2020 йылда-273). Ведомство етәкселәре иҫәпләүенсә, быға диспансерлаштырыуҙы туҡтатыу һәм һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһында эшләгән табиптарҙың сирҙе асыҡлауға иғтибарын кәметеүе сәбәпсе.

“Росздравнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, диспансерлаштырыуҙы туҡтатыу арҡаһында 734 пациенттың шештәрҙе  иртә стадияла диагностикалау өсөн  ҡиммәтле ваҡыты   юғалтылған. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина әйтеүенсә, 2020 йылда был сирҙән үлем күрһәткесе бер аҙ кәмегән. Ғүмерҙең биш йылға оҙайтылыу  күрһәткесе – 58%, сирҙе беренсе-икенсе стадияла асыҡлау күрһәткесе  54,4% тәшкил иткән.  

Икенсе яҡтан, пандемия дистанцион технологиялар үҫешен тиҙләтте, 2020 йылда Республика онкология диспансеры 29 меңгә яҡын телеконсультация үткәрһә, 2021 йылда 51 меңдән ашыуға етте. Өҫтәүенә онкология диспансерының филиалдары барлыҡҡа килде. 2019 йылдан алып 13 амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ишектәрен асты. Март айында   шешкә ҡаршы ун  дарыу терапияһы бүлексәһе лицензия алды.  Был яңылыҡтарға пациенттар рәхмәтле. “Мәсәғүттә филиалды асып, бик дөрөҫ эшләнеләр, әйләнгән һайын Өфөгә йөрөү бик ауыр, матди яҡтан да”, тип яҙа Роберт исемле ир. “Хәҙер  дауалауҙы, һауыҡтырыуҙы ойоштороу мәсьәләләре  урында хәл ителә, быныһы бик яҡшы,” – тип хәбәр итә Салауат ҡалаһынан Надежда ханым. “Бөрө ҡалаһында химия терапияһы асылыуына шатмын, диспансер етәкселегенә рәхмәт,” – тип белдерә Наталья.

– Пациенттар стандарттарға ярашлы, амбулатор һәм стационар химия терапияһын ала. Хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары урында рәсмиләштерелә, – тип аңлатты Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы Рөстәм Әйүпов. – 2019 йылда амбулатор  онкология ярҙамы үҙәктәрендә – 527, 2020 йылда – 11 605, 2021 йылда – 24 913  химия терапияһы үткәрелде.

 

Аналогтарға ышаныс бармы?

Валюталар курсы күтәрелеүе һәм санкциялар баҫымы фармацевтика баҙарындағы хәлде ҡатмарлаштырҙы. Эксперттар күҙаллауынса, иң яҡшы осраҡта сит ил препараттарына хаҡтар артасаҡ, насар осраҡта – улар Рәсәй баҙарынан юҡҡа сығасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә,  был мөһим процесс контролгә алынған, әлегә дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ, һуңғы ике-өс йылда сит ил дарыуҙары урынын үҙебеҙҙә етештерелгәндәре  яулай, медицина ойошмаларын йыһазландырыу дауам итә. Шуның менән бергә ҡайһы бер комплектлау әйберҙәре етешмәү мәсьәләһе  килеп тыуһа, һатып алыуҙарҙы  “оптималләштерергә” тура киләсәген дә йәшермәй етәкселәр.

Мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда  онкология диагнозы буйынса 1 581 федераль һәм 33 меңдән ашыу төбәк льготаһына эйә булған  ауырыу йәшәй.   Бөгөн льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә срогы сыҡҡан рецептар  юҡлығын белдерә етәкселәр. Шулай ҙа күп пациенттар сит ил препараттарын арзаныраҡ, уларҙың фекере буйынса, аҙ тәьҫирле аналогтар менән алмаштырыуға  риза түгел. “Росздравнадзор”ҙың дарыуҙар әйләнешен контролләү бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов  әйтеүенсә, сит ил фармкомпаниялары Рәсәйгә йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙар исемлегендәге препараттарҙы ебәреүен дауам итә. Дарыуҙарҙы халыҡ-ара патентланмаған атамаһы буйынса алалар, был уларҙы үҙебеҙҙәге аналогтар менән алыштырырға мөмкинлек бирә.  Санкциялар баҫымы йоғонтоһон  “йомшартыу” өсөн препараттарҙы өсөнсө илдәр аша алыу варианттары ла ҡарала. 

 

Яуаплылыҡ ҙур

 Һатып алыуҙар өлкәһендәге хәл ҡатмарлы. “Росздравнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан  федераль средстволарҙың ни бары 16,3 проценты ғына үҙләштерелгән. “Беренсе кварталда  был йәһәттән проблема булманы. 25 процентҡа булһа ла, һатып алыуҙарҙы ойошторорға мөмкин булыр ине,” – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Мөхәмәтйәнов.

“Росздравнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда 12 медицина учреждениеһына дарыуҙарҙы тәғәйенләү ҡағиҙәһен  боҙған өсөн иҫкәртеү яһалған.  “Йәшәүгә тигеҙ хоҡуҡ” автономлы  коммерцияға ҡарамаған ойошма   етәксеһе   Александр Болонистов әйтеүенсә,  йыш ҡына табиптар пациенттарҙан бушлай рецептҡа булған хоҡуғын йәшерә,  шуға күрә  кешеләр дарыуҙарҙы үҙ иҫәбенә алырға мәжбүр.  Эксперттар әйтеүенсә,  сәбәбе – дарыуҙар биреү срогын билдәләгән регламенттың булмауы һәм уларҙы үтәмәгән вазифалы етәкселәргә ҡарата яуаплылыҡтың йомшаҡлығы.

Саралар ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, тармаҡ кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, табип-онкологтарға ҡытлыҡ ҙур, 410 белгес кәрәк.  Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡығандарҙың күбеһе райондарға ҡайтмай, мәҫәлән, 2021 йылда 14  йәш белгестең ни бары алтыһы ғына тыуған яҡтарына эшкә ҡайтҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы район онкологтарын өҫтәмә дәртләндереү аша  мәсьәләне хәл итергә  һәм маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыу шарттарын ҡәтғиләндерергә   тәҡдим итә. 

 

Аңлатма

“Беҙ әлегә һиҙелерлек  санкциялар баҫымын  тойманыҡ: бер йылға  дарыуҙар һатып алынған, поставкалар килә, шешкә ҡаршы  һәм таргет терапияһы  өсөн препараттарға ҡытлыҡ юҡ. Фармкомпаниялар вәкилдәре беҙҙең менән хеҙмәттәшлекте өҙөргә теләмәй.  Расход материалдарына һәм санитайзерҙарға 20-30 процентҡа хаҡтар артты, был ҡурҡыныс түгел,  бындай хәлде пандемия осоронда үттек. Туҡланыуҙың ҡиммәтләнәсәге хаҡында беҙҙе иҫкәрттеләр, был да хәүеф тыуҙырмай, хәл итерлек мәсьәлә. Мин ҡыйыу рәүештә пациенттарыбыҙ бөтә стандарттарға ярашлы медицина ярҙамы менән тәьмин ителәсәк, тип ышандыра алам. Әлеге ваҡытта беҙҙе коронавирустың алтынсы тулҡыны нығыраҡ борсой, уның эшебеҙҙе ҡатмарландырыуы ихтимал,” – тине Республика  клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов.

Фото:  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: