Сәләмәт булайыҡ
13 Апрель 2022, 06:45

Пандемия башланғандан алып…

Күпме кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгән?

Пандемия башланғандан алып…Пандемия башланғандан алып…
Пандемия башланғандан алып…

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда  282146 кешенең яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүе рәсми рәүештә теркәлгән. Был хаҡта COVID-19-ға ҡаршы көрәш штабы хәбәр итә. Үткән тәүлектә иһә 361 осраҡ теркәлгән.

Стационарҙа – 117, шул иҫәптән 60 йәштән олораҡ  - 76 кеше. 2274, шул иҫәптән йәше 60-тан уҙған 1577 кеше өйөндә дауалана.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә өс үлем осрағы теркәлгән. Коронавирус инфекцияһынан дөйөм ҡорбандар һаны 5570-гә еткән. Дауаханаларҙан барлығы 274185 кеше сығарылған, уларҙың 561-е – үткән тәүлектәрҙә.

Фото: primahtcrb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас