Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Апрель 2022, 08:00

Бәпембәнән бал яһарға онотмайыҡ

Һуңғы ваҡытта күп хужабикәләр бәпембәнән шифалы бал яһау, уны ҡулланыу менән шөғөлләнә. Уның төрлө рецептары менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.

Бәпембәнән бал яһарға онотмайыҡ
Бәпембәнән бал яһарға онотмайыҡ
Һәр яҙ ерҙе ҡаплап алған һап-һары бәпембәләр сығыу менән уларға һоҡланабыҙ, әммә күптәребеҙ күҙҙе иркәләгән бәләкәс кенә ҡояш ярсыҡтарының бар өлөшө лә ашарға яраҡлы икәнлеген уйлап та бирмәй. Ә бит шифалы дауа - аяҡ аҫтында ғына. Мәҫәлән, уның яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп, файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән бал (ҡайнатма) эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай.
Үлән-үҫемлектәрҙе юлдан, завод-фабрикаларҙан алыҫ урында йыйырға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡояшлы көндә өҙөү яҡшыраҡ. Хәҙер беҙ һеҙгә уны әҙерләүҙең бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙ күңелегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.

200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, 1 лимон, ярты литр һыу кәрәк.
Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ. Ағып торған һыу аҫтында йыуабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ. Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ (тиҙ кәрәк булғанда, 20 минут самаһы мөмкин). Шунан ике ҡат марля аша һөҙәбеҙ ҙә шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып, ҡаплап ҡуябыҙ.

300 грамм сәскәгә 1 килограмм шәкәр, ярты лимон, ярты литр һыу, 2 бөртөк ҡәнәфер тәмләткесе, 4-5 ҡарағат япрағы, 2 һабаҡ мелисса үләне кәрәк.
Ҡарағат япрағы урынына сейәнекен йә ҡурай еләгенекен һалырға, цитрустарҙың ҡабығын, имбир, ванилин, дәрсен (корица), кардамон кеүек үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәргә лә мөмкин. Һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ. Йыуып ҡоротолған сәскәләрҙе ҡушабыҙ ҙа 15 минут утта тотабыҙ. Лимон һуты, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ ҙә тағы биш минут ҡайнатабыҙ. Һөҙөп, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.
300 сәскә башын йыйып алабыҙ. Ҡайнатма яһар өсөн ике стакан һыуға 1 килограмм шәкәр һалып, иҙелеп бөткәнсә ҡайнатабыҙ. Сәскә баштарының һары өбөрҫөһөн генә ҡалдырып, һалҡын һыуҙа йыуып алып, сиропҡа төшөрәбеҙ. 20 минут ҡайнатҡандан һуң уттан алырға. Ике-өс минут ҡалғас, ярты лимон һуты йә ярты балғалаҡ лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ. Икенсе көнөнә марля аша һөҙөп, ҡуйырығын ташлайбыҙ, ә сиробын йәнә 20 минут ҡайнатып алабыҙ.

Бәпембә сәскәһе менән балды һәр кем үҙе теләгәнсә миҡдарҙа ала.
Бәпембә сәскәләрен йыуып киптерәбеҙ ҙә таждарын ғына алабыҙ, йәшел өлөшөн ҡырҡып ташлайбыҙ. Шунан блендер йәки ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә банкаға һалабыҙ. Өҫтөнә шыйыҡ бал ҡоябыҙ.
Тик шуға иғтибар итегеҙ: бәпембә сәскәһен йыйып алғас, бер нисә минут йәйеп һалып тороғоҙ. Был саҡта уларға эйәләшкән бөжәктәр сыға, артабан һыуыҡ һыуға бер аҙ һалып тороп, ҡулланырға мөмкин. Әммә иртәгә эшләрмен әле тип ҡалдырмағыҙ, бәпембә сәскәһен өҙөп алғас та эшкәртергә кәрәк, сөнки ул тиҙ ҡарая һәм яна.
Фото: glav-dacha.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: