Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Апрель 2022, 15:45

Бер юлы ике пациентҡа ярҙам күрһәтелгән...

Ете йәшлек баланы  санитар авиация ярҙамында Республика клиник балалар дауаханаһына илткәндәр

Бер юлы ике пациентҡа ярҙам күрһәтелгән...
Бер юлы ике пациентҡа ярҙам күрһәтелгән...

12 апрелдә республиканың санитар авиацияһы  Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының ике пациентына ла бер юлы ярҙам күрһәткән. Мәсәғүт табиптарына  консультация биреү һәм дауалау тактикаһын билдәләү өсөн Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан ҡан тамырҙары хирургы, табип-анестезиолог, акушер-гинеколог килеп еткән. 

Өфөгә ҡайтышлай ете йәшлек баланы Мәсәғүт табип-анестезиологы оҙатыуында Республика клиник балалар дауаханаһына илтеү ойошторолдо.

Реанимация вертолеты реанимобилдән бер яғы менән дә айырылмай, тик һауа юлы тиҙерәк, тығындар юҡ, айырыуса трассаларҙа ремонт барған осорҙа был бик мөһим. Осош тиҙлеге – сәғәтенә 220 километр. Рәсәйҙә санитар авиацияны үҫтереү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар авиация ярҙамын үҫтереү” проектына ярашлы башҡарыла. Башҡортостанда 2021 йылда 171 осош яһалған, республика кимәлендәге медицина учреждениеларына 181 пациент  алып барылған, уларға  ашығыс ярҙам күрһәтелгән.  Республикала санитар авиацияны үҫтереү Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан былтыр  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа иң яҡшылар исемлегенә индерелгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: