Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель 2022, 10:00

Алтмыш операция яһатҡан...

Ике йыл буйына йүнләп һөйләшә алмаған иргә табиптар ярҙам итә алған.  

Алтмыш операция яһатҡан...
Алтмыш операция яһатҡан...

Һөйләшеү һәләтен ҡайтарыу өсөн нисә операция яһатырға кәрәк? Альберт исемле пациент алтмыш операция эшләткән, бөгөн йәнә яңыһын яһатырға килгән. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының лор бүлексәһендә тауышты ҡайтарыу буйынса үҙенсәлекле әмәлиәттәр башҡарыла.

 Үкенескә ҡаршы, донъяла  тулыһынса дауалай алмаҫлыҡ сирҙәр етерлек. Боғаҙ папилломатозы шундайҙарҙан, ул – операция ярҙамында алған һайын яңынан үҫеп сыға торған шеш.

 “Мин тауышымды контролләй, теләгәнсә һөйләшә, шымыраҡ йәки ҡысҡырыбыраҡ әйтеүҙе көйләй алмайым. Айырыуса урамда ҡыйын, мине бер кем ишетмәй. “Баллап сәй эс, тауышың асылыр,” тип кәңәш бирәләр, сөнки хәлемде аңламайҙар, аңлатыуы ла ауыр”, – ти ул.

Егет папилломавирус менән донъяға килгән мәлдә үк зарарланған. 23 йәшендә тамағына алтмыш операция яһатырға өлгөргән. Һәм Рафаэль, ниһайәт, тауыш сығара алыуына шатланып бөтә алмай. Ике йыл буйына йүнләп һөйләшә алмаған ирҙең тауышын табиптар ҡайтара алған.  амаҡтағы полипты алғас, һөҙөмтәне һаҡларға кәрәк. Тауыш күтәрергә, тәмәке тартырға ярамай.

Табиптарҙың хеҙмәтен бик нескә, ювелир эшкә тиңләйҙәр. Операцияларҙы микроҡоралдар ярҙамында башҡаралар. Тамаҡ мускулдарына зыян килтермәү өсөн бик һаҡ эшләргә кәрәк.

Ауыр патологияларҙы дауалау ҙур, ҡатмарлы хеҙмәт талап итә. Табиптарға тамаҡтан, танау һәм ҡыҙыл үңәстән сит предметтарҙы алырға ла тура килә. Тамаҡ сирҙәренең “йәшәреүен” дә күҙәтә хирургтар. Ҙур көсөргәнеш, еңел аҡыллылыҡ йыш ҡына сирҙәргә алып килә. Туҙанлы, бысраҡ бинала эшләү, артыҡ ҡысҡырып һөйләшеү, вирустар һәм ауырыуҙан тамағы ҡарлыҡҡан килеш эшкә йөрөү патологияларға алып килә, тип аңлата табиптар.

Дауахана хирургтары йыл һайын меңәрләгән пациентҡа ҡатмарлы операциялар яһап, тауышты һәм тын алыуҙы тергеҙергә ярҙам итә. Өндәшмәүең – мең алтын, тиһәләр ҙә,  пациенттар бының менән һис кенә лә килешә алмай, һөйләшеү, аралашыу һәләтен ҡайтарған табиптарға бары рәхмәттәр уҡый.

Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: