Ҡайһы берәүҙәр дарыуҙарҙы сәй менән эсергә яраймы, юҡмы тип ҡыҙыҡһына. Бешерелгән сәйҙә әүҙем матдәләр концентрацияһы түбән, шулай булғас, уның дарыуҙарҙың файҙаһына кире тәьҫир итеүе мөмкин дә түгел кеүек.
Табиптар әйтеүенсә, дарыу эсеү өсөн иң һәйбәте – һыу. Составында тимер булған препараттар, йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн дарыуҙар, антидепрессанттар ҡабул итеү өсөн бары һыу эсергә кәрәк, сөнки сәйҙең уларҙың тәьҫирен юҡҡа сығарыуы, хатта зарар килтереүе мөмкин.
Әгәр дарыуҙы һыуһыҙ ғына йотһаң? Шыйыҡлыҡ дарыуҙың йотҡолоҡ һәм ҡыҙыл үңәс аша иркен рәүештә ашҡаҙанға барып етеүе һәм эшләй башлауы өсөн кәрәк. Дарыу төймәһен һыуһыҙ йоторға тырышһағыҙ, уның ҡыҙыл үңәстә тотҡарланып ҡалыуы ихтимал. Хатта лайлалы тиресәне зарарлауы, шеш барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Шуға күрә дарыуҙарҙы кәм тигәндә 100 миллилитр күләмендәге һыу менән эсергә кәрәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА