Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель , 13:30

Икмәкте... обой ононан бешерегеҙ!

Уның аҡһым, үҫемлек һәм минераль өҫтәмәләр менән байытылғанын һатып алырға тырышығыҙ. Киптерелгән һөт йәки эремсек һыуы ҡушылған булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Икмәкте... обой ононан бешерегеҙ!
Икмәкте... обой ононан бешерегеҙ!

“Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре 2022 йылдың тәүге кварталында икмәк-ҡалас һәм он-ярма аҙыҡ-түлеге сифатын тикшерҙе. Һөҙөмтәлә тикшереүгә алынған ризыҡтарҙың 6,1 процентының – физик-химик, 1,6 процентының микробиологик күрһәткестәр буйынса талаптарға яуап бирмәгәне асыҡланған.

Санитар табиптарҙың аңлатыуынса, һәр икмәктә аҡһым, углеводтар һәм күп миҡдарҙа В төркөмөнә ҡараған витаминдар булырға тейеш. Икмәктә шулай уҡ калий, фосфор, магний, аҙ миҡдарҙа натрий, кальций, хлор һәм башҡа микроэлементтар бар. Физиологик яҡтан тулы ҡиммәтлеһе – эре тарттырылған ондан бешерелгән икмәк. Витаминдар иң күп тупланған икмәк – обой ононан бешерелгәне. Ондоң сорты ни тиклем юғарыраҡ, ул шул тиклем ентеклерәк таҙартыла, минералдарҙан, В төркөмө витаминдарынан һәм токоферолдан арындырыла.

Икмәктең энергетик ҡиммәте менән хәл киреһенсә, он сорты ни тиклем юғарыраҡ, ул да шунса күберәк. Икмәк һайлағанда аҡһым, үҫемлек һәм минераль өҫтәмәләр менән байытылғанын һатып алырға тырышығыҙ. Өҫтәмәләр тәбиғи булһа, тағы ла яҡшыраҡ, мәҫәлән, киптерелгән һөт йәки эремсек һыуы ҡушылған булһа.

 Фото: klenmarket.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в