Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель 2022, 12:11

Һутты эсә лә белергә кәрәк

infourok.ru
Фото:infourok.ru

Күптәр ҡанда холестерин артыуының организм өсөн зарарлы булыуын яҡшы аңлай. Уның юғары кимәле атеросклероз үҫешенә, йөрәк сирҙәренә һәм инфарктҡа килтереүе ихтимал. Шуға күрә табиптарҙың холестерин күрһәткесен кәметеү, препараттар ҡабул итергә кәрәклеге тураһындағы күрһәтмәләрен  инҡар итергә ярамай.

Ҡайһы берәүҙәр өсөн рационды үҙгәртеү һәм барыбыҙға яҡшы таныш  эсемлектәрҙе эсеү ҙә тәьҫир­ле булыуы мөмкин, тип яҙа “Доктор Питер”. Ниндәй ғәҙәттәрҙең холестеринды кәметеүгә өлөш инде­реүе ихтимал? Әгәр ҙә һеҙҙә уның кимәле юғары йәки хәүеф төр­көмөндә тораһығыҙ икән, табиптар һәр саҡ  эште йәшәү рәүешен  һәм туҡланыу рационын үҙгәртеүҙән башларға ҡуша. Хатта ҡайһы саҡта ошо кәңәштәрҙең дә йөрәк сәлә­мәтлеген һаҡларға һәм “насар”  холестерин  кимәлен кәметергә булышыуы билдәле. Пациенттар нимә ашарға  һәм нимәнән баш тартырға кәрәклеген тиҙ үҙләш­терһә лә, эсеү  тәртибе тураһында йыш ҡына онота. Ә бит эсеү ғәҙәттәре туранан-тура “насар” холестерин кимәленә йоғонто яһай. Был хәл фәнни яҡтан ныҡлы иҫбатланған.

Сәй – һыуҙан ҡала иң популяр эсемлек. Уның ҡараһы ла, йәшеле лә бер үк үҫемлектән алына, файҙалы үҙенсәлектәре төрлө ғилми хеҙмәттәрҙә раҫланған.  Беҙ яратып эскән сәйҙә фитонутриент һәм флавоноид тип аталған матдәләр бар. Был тәбиғи үҫемлек берләшмәләре холестерин ки­мәлен кәметергә һәм ҡан та­мырҙары торошон яҡшыртырға һәләтле. Тикшеренеүҙәрҙән күре­неүенсә, көнөнә ике-өс сынаяҡ сәй эскән кешенең  сәйҙән  бөтөнләй баш тартҡандар менән сағыш­тырғанда йөрәк сирҙәре хәүефе 8-12 процентҡа кәмеүе асыҡ­ланған.

Әфлисун һуты – һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн файҙалы, туҡла­ныу матдәләренә, витамин­дарға һәм минералдарға бай эсемлек. Бында һүҙ шәкәр ҡу­шылмаған тәбиғи һут тураһында бара. Уны даими эсеү холестерин кимәлен кәметеүгә булышасаҡ, ти тикшере­неү алып барған ғалимдар.

Гранат һуты ҡан әйләнешен шәбәйткән, ялҡынһыныуҙы кәмет­кән микроэлементтарҙы туплаған, емешкә сағыу ҡыҙыл төҫ биргән  полифенол пигменттарына бай. Был берләшмәләрҙең күбеһе –  “насар” холестеринды кәметкән антиоксиданттар. 100 процентлы гранат һуты йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Өҫтәүенә унда С витамины күп, аш һеңдереүен яҡшыр­тыуҙа, яман шеш үҫешен кәме­теүҙә һәм Альц­геймер сирен иҫкәртеүҙә  файҙалы.

Һоло һөтөнөң холестерин кимәлен алты процентҡа кәметеүе ихтимал. Унда күҙәнәкле туҡы­маның үҙенсәлекле тибы – бета-глюкан тупланған. Ни бары өс грамм ғына  күҙәнәкле туҡыманың холестерин кимәлен көнөнә 8-23 процентҡа кәметеүе билдәле.

Кискеһен кефир эсәһегеҙме? Был яҡшы ғәҙәт сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, тип раҫлай табиптар. Диетологтар әйтеүенсә, унда органик кислоталар күп, шул арҡала эсемлек “зарарлы” холес­терин биосинтезын юҡҡа сығара. Ошо уҡ кислоталар бауырҙы һаҡлай һәм аҡһымдың яҡшыраҡ үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә.

Томат һуты (100%) ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте һаҡлай, ундағы ликопин матдәһе холестеринды кәметә, тип иҫәпләй был мәсьәләне өйрәнгән белгестәр. Бары һутта тоҙ күп булмаһын.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: