Йоҡоң туйһа, кәйефең яҡшы булыр, сөнки ул беҙгә энергия бирә. Һәр беребеҙ ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә. Төндә организмда ҡан составы яңыра, нервы системаһы күҙәнәктәре тергеҙелә, иммунитет нығый (зарарлы микроорганизмдар һәләк була, файҙалылары үрсей), иң мөһиме – кеше иртәгәһе көнгә көс йыя.
Насар йоҡлау йәки йоҡо туймау тормош сифатында сағылыш таба. Даими арығанлыҡ, төшөнкө кәйеф, ҡуҙғыусанлыҡ насар йоҡлауҙың бер нисә билдәһе генә. Үкенескә ҡаршы, беҙ йыш ҡына, ваҡыт етмәү сәбәпле, йоҡо иҫәбенә ниндәйҙер эш башҡарабыҙ. Ахырҙа сәләмәтлек ҡаҡшауы һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары, апноэ, диабет, Альцгеймер сирҙәренә юл асабыҙ. Шуға күрә йоҡо сифатын күҙәтеп, сәләмәтлеккә бәйле проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү кәрәк. Төндә һәм иртән күҙәтелгән кинәт үлеү осраҡтары асфиксия кеүек хроник респиратор сирҙәре өҙлөгөүҙәре менән бәйле, тип иҫәпләй оториноларингологтар. Апноэ синдромы тыуҙырған, ваҡытында диагноз ҡуйылмаған йоҡо килеүсәнлек йыш ҡына юл-транспорт фажиғәләренә, инвалидлыҡҡа, үлемгә алып килә. Ә төнөн һәм иртә менән артериаль гипертензия менән ярашып, мейе инсульттарына, миокард инфаркттарына юлыҡтырыуы мөмкин.
Сәләмәт йоҡо мейенең яҡшы эшләүенә, матдәләр алмашыуына, ҡан баҫымының кәмеүенә йоғонто яһай. Йоҡо туймау иммунитетты ҡаҡшата, һөҙөмтәлә төрлө сирҙәр баш ҡалҡыта башлай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү һаулығығыҙҙы һаҡларға ярҙам итер.
Беренсенән, бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға һәм бер үк ваҡытта торорға ғәҙәтләнегеҙ. Организм физиологияһы ошо тәртипкә буйһона. Икенсенән, йоҡоға әҙерлек тә кәрәк. Тыныс, классик музыка тыңлау, китап уҡыу, йылы һыу процедуралары ҡабул итеү файҙаға булһа, йоҡлар алдынан компьютер, планшет артында ултырыу зарар ғына килтерер. Зәңгәр төҫтәге экрандар йоҡо гормоны – мелатонин етештерелеүенә кире тәьҫир итә, күҙҙе ныҡ арыта.
Йоҡлар алдынан саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Бүлмәгеҙ ҡараңғы, елләтелгән, түшәгегеҙ уңайлы булһа, рәхәтләнеп йоҡоға талырһығыҙ. Йоҡо өсөн “алтын ваҡыт” – 22.00-нән 02.00 сәғәткә тиклемге арауыҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА