Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Апрель 2022, 10:30

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һау булһын!

Һанлы маммография һөт биҙе тураһында аҙ ғына нур көсөргәнеше менән ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға ярҙам итә.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һау булһын!
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һау булһын!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына заманса һанлы рентген маммографы алынды.

Яңы медицина ҡорамалы ҡатын-ҡыҙға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә тағы бер аҙым булды. Маммограф юғары сифатлы рентген һүрәтен эшләүгә һәләтле. Был үҙ сиратында теүәл диагностика ҡуйыу һәм яман шеште иртә стадияла асыҡлауға мөмкинлек бирә. Тәьҫирле ысул халыҡҡа ҙур күләмдә скрининг тикшеренеүҙәре үткәреүҙә файҙаланыла. Бынан тыш, һанлы маммография һөт биҙе тураһында аҙ ғына нур көсөргәнеше менән ҙур күләмдә мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Тикшереү һөҙөмтәләре тиҙ арала әҙер була, оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: beautimy.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: