Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының башланыуын хәбәр итеп, республика халҡына һаулыҡ теләне.
“Иртәнән һуң, 18 апрелдә, республика буйлап дүртенсе тапҡыр сәләмәтлек поездары юлға сыға. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын 2019 йылда башланыҡ, иң алыҫта йәшәгән халыҡҡа ла ҙур клиникалар табиптарында тикшереү үтеү, дауаланыу өсөн мөмкинлек тыуҙырҙыҡ. Акцияға ихтыяж ҙур булды, уға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта.
Элеккесә, автопоездар составында – күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфө, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Белорет маршруттарын әҙерләне. Улар республиканың байтаҡ ауылдарын үҙ эсенә аласаҡ.
Әлегә тәүге аҙнаға билдәләнгән расписание менән таныштырабыҙ. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем!" - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: республика Башлығының сәхифәһенән.