Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель 2022, 11:00

Яңы препаратҡа ышаныс ҙур

 Табип ни өсөн коронавирус  “сәнскәк"тәрен  ҡатын-ҡыҙҙың прическаһы менән сағыштыра?

Яңы препаратҡа ышаныс ҙур
Яңы препаратҡа ышаныс ҙур

Петербургтағы институттарҙың береһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы яңы препарат – “Конвасэл”  етештерелә башлаған.  Оҙаҡламай уны 60 йәштән өлкәндәр өсөн дә ҡуллана башлаясаҡтар. Клиник тикшеренеүҙәрҙең өсөнсө фазаһы йәй аҙағында тамамлана. Иммунологтар әйтеүенсә, был препаратҡа ышаныс ҙур.  Ни өсөн?

Табип, аллерголог-иммунолог  Владимир Болибок  был хәлде шулай аңлата:

–Бөтә донъяла коронавирус менән хәл борсолоу тыуҙыра. Вакцина ҡаҙатҡандан һуң  иммунитет вирус эсендәге “сәнскәк"тәргә ҡаршы торасаҡ, – ти табип. Уның фекеренсә, был “сәнскәк"те ҡатын-ҡыҙҙың прическаһы менән сағыштырырға мөмкин. “Бөгөн ул – блондинка, иртәгәһенә – брюнетка, бер көндә сәстәрен үрһә, иртәгәһенә бөҙрәләтеүе йәки ҡырҡтырыуы ихтимал. Варианттар күп, тик Маша Иванова һаман да Маша Иванова булып ҡала, бары  прическаһы ғына төрлө ваҡытта төрлөсә.  Ә бына N-протеин нигеҙендә эшләнгән “Конвасэл” тик торғанда ғына мутация тыуҙырмаясаҡ, әгәр ҙә  мутация барлыҡҡа килһә,  вирус йәшәүгә һәләтлеген юғалтасаҡ һәм артабан таралмаясаҡ. Иммунитет  N  протеинына ҡаршы тотороҡло буласаҡ”.  

 Табиптың әйтеүенсә, иң мөһим бурыс – күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа килһен өсөн иммун системаһы күҙәнәктәрен вакцинацияларға мәжбүр итеү.

“Айырма бына нимәлә – һаҡлаусы аҡһымдар,  антиесемдәр, енәйәтсенең “фоторобот”ын  хәтерләтә. Паригын алмаштырып, мыйығын йәбештерһә, уны фото буйынса бер кем дә таный алмаясаҡ.  Шулай итеп, вирус антиесемдәрҙе урап үтә.  Ә күҙәнәктәр иммунитеты  – ысын мәғәнәһендә "ҡораллы һаҡсы".  Уны шунда уҡ танымаһалар ҙа, "һаҡсы"  барыбер туҡтатасаҡ.  Шуға күрә вакцинация ярҙамында күҙәнәктәр иммунитетын алыу бик мөһим.  Өҫтәүенә коронавирустың яңы штамдары, мутациялар уның өсөн ҡурҡыныс түгел.  Тимәк, прививканан һуң күҙәнәктәр иммунитеты алған кеше коронавирусты эләктерһә лә, сирләмәйәсәк тигән һүҙ. Иммун системаһы вирусҡа организмға  тәрәнгә инергә  мөмкинлек бирмәйәсәк”.

Ғалимдар “Конвасэл” вакцинаһын етештереү өсөн сит ил сеймалын ҡулланыуҙы кәметергә йәки тулыһынса унан баш тартырға уйлай. Яңы  препаратты  ике тапҡыр, 21 көнлөк  ваҡыт арауығы менән яһаясаҡтар.

Фото:rutube.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: