Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Апрель 2022, 08:00

Талпандар тешләй башлаған...

Кемдәр вакцинаны бушлай яһатыу хоҡуғына эйә?

Талпандар тешләй башлаған...
Талпандар тешләй башлаған...

Ете кеше талпан тешләүе һөҙөмтәһендә дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Бөжәктәрҙең талпан энцефалиты вируслы булыуы, һөҙөмтәлә кешенең баш һәм арҡа мейеһе зарарлауы ихтимал. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы паркка барғанда йәки ҡала ситенә, урманға сыҡҡанда яҡшыраҡ кейенергә кәңәш итә. Әгәр талпан тешләгән икән, Гигиена һәм эпидемиология үҙәктәре филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар Өфө, Бөрө, Стәрлеттамаҡ, Нефтекама, Туймазы ҡалаларында бар.

Вакцина яһатып талпандан һаҡланырға мөмкин, ә уны йәшәү урыны буйынса медицина ойошмаһында эшләтергә була. Беренсе вакцинанан һуң икенсеһе бер – ете ай эсендә эшләнә, өсөнсөһө - бер йыл үткәс, ревакцинация иһә һәр өс йыл һайын ҡаралған. 18 йәшкә тиклемгеләр һәм талпан энцефалиты буйынса эндемик (айырым тәбиғәт үҙенсәлектәренә һәм халыҡтың йәшәү рәүешенә бәйле) биләмәләрҙә йәшәүселәргә вакцина яһатыу кәңәш ителә. 

Талпан вируслы энцефалитынан бушлай вакцинаны түбәндәгеләр яһата ала:

  • Талпан вируслы энцефалиты йәһәтенән имен булмаған райондарҙа йәшәүсе балалар һәм өлкәндәр;
  • Эше йәки баҡсаһы талпан вируслы энцефалиты йәһәтенән имен булмаған райондарҙа булғандар;
  • Ауыл хужалығы, гидромелиоратив, төҙөлөш, промысла, геологик, экспедиция, ағас әҙерләү, урмандарҙы таҙартыу, тупраҡ ташыу эше менән шөғөлләнгәндәр;
  • Талпан вируслы энцефалиты менән бәйле хәүефле эш менән шөғөлләнеүселәр.

Фото:   9ban.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: