Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2022, 10:09

Ҡарағай бөрөһөн йыйыр мәл

kp.ua
Фото:kp.ua

Ылыҫлы ағастарҙың тын юлдары сирҙәренән яфаланғандар өсөн ни тиклем файҙалы икәнен беләбеҙ. Ҡарағай бөрөһөн йәки әле генә бөрөләнеп килгән йәш тубырсыҡтарҙы йыйып алып, шифалы дарыуҙар, ҡайнатма эшләргә мөмкин.

Әле ҡарағай бөрөһөн йыйыу өсөн иң уңайлы мәл. Был осорҙа улар сайырлы, йәбеш­кәк, йәшел генә, хуш еҫле һәм тәбиғи, шифалы матдә­ләре иң ныҡ тупланған сағы. Бөрөләрҙе йәки яңы тумарланып килгән тубырсыҡтарҙы бирсәткә кейеп, ҡайсы менән ҡырҡып алығыҙ, сөнки ҡулға йәбешкән сайыр тиҙ генә йыуылмай.

Ҡайнатма эшләү өсөн бар­маҡ башындай ғына йәш тубырсыҡтарҙы ике килограмм йыябыҙ. Ике литр һыуҙа ярты сәғәт тирәһе ҡай­натҡас, ике килограмм шәкәр ҡомо өҫтәп, дөйөм алғанда, ике сәғәт талғын утта тоторға кәрәк. Аҙаҡ уны банкаларға һалып, һыуытҡыста һаҡ­лағыҙ. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа һалҡын алдырғанда, йүтәл­ләгәндә был ҡайнатма бигерәк тә файҙалы, шифалы. Уны шулай уҡ төрлө үлән сәйҙәре менән ҡушып эсергә лә мөмкин. Әйткәндәй, сит илдәрҙә булғанда ҡарағай тубырсығына бал һалынған ҡайнатманы ауыҙ итергә насип булды. Тимәк, беҙгә лә ошолай ҡулланып ҡарарға мөмкин.

Ә ҡарағай бөрөһөн күптәр бронхиттан дауаланыу өсөн файҙалана. Бер ярты араҡыға йәки спиртҡа һигеҙ ҡарағай бөрөһө һалып, уны өс аҙна самаһы ҡараңғы урынға ултыртырға кәрәк. Аҙаҡ һөҙөп алып, иртәнсәк ас ҡарынға өс балғалаҡ эсергә тәҡдим ителә. Дауаланыу бер ай тирәһе бара. Шулай уҡ ныҡ сәсәп китеүселәргә, йүтәлдән яфаланғандарға ла уны ҡулланыу рөхсәт ителә.

Ҡарағай бөрөләре менән элегерәк хатта туберкулез сирен дә дауала­ғандар. Һәр халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан уға ҡарата аллергияғыҙ юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ. Шулай уҡ табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: