Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә санкциялар арҡаһында дарыуҙарға ҡытлыҡ күҙәтелмәйәсәк. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйткәненсә, “Башфармация” ваҡлап һатыу селтәренә ҡараған дәүләт дарыуханаларында дауалау препараттары менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡ юҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр иткәнсә, контракттар ғәҙәттәге тәртиптә төҙөлә, дарыуҙар ҙа ваҡытында килтерелә. Шулай уҡ льготаға эйә булғандар өсөн препараттарҙы һатып алыу ғәҙәттәге режимда бара. Башҡортостандағы дарыуҙарҙың күп өлөшө үҙебеҙҙең илдә етештерелгән.
Динә АРЫҪЛАНОВА