

Ангина яңы башланып ҡына торһа, киви ярҙам итә ала. Тышын таҙартҡас, уны йоҡа итеп телгеләп, киҫәген яйлап сәйнәргә һәм елһенгән тамаҡҡа йоғоп төшөрлөк итеп йоторға кәрәк. Дауалау маҡсатында быны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға.
Тамаҡты өс өлөш шалфей япрағы һәм бер өлөш ромашка сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә менән сайҡатыу ҙа килешә. Бер стакан һыуҙа бер ҡалаҡ ҡатнаш үләндәрҙе ҡайнатырға, ярты сәғәттән һуң һөҙөргә. Тамаҡты көнөнә 5-6 тапҡыр сайҡатырға.
Шулай уҡ эвкалипт төнәтмәһе менән дә сайҡатырға мөмкин. Уны әҙерләү өсөн бер ҡалаҡ үләнде бер стакан ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтергә. Ошоноң менән көнөнә бер нисә тапҡыр сайҡатыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Ангина менән сирләгәндә шыйыҡлыҡты күп эсергә, йылыла булырға, еңел аҙыҡ ашарға кәңәш итәләр. Организмды нығытыу, витаминдар менән байытыу, сирҙе иҫкәртеү маҡсатында тигеҙ өлөштә алынған ҡурай еләге һәм ваҡланған гөлйемештән, йә булмаһа, ҡурай еләге һәм йүкә сәскәһенән әҙерләнгән сәй эсеү ҙә тиҙерәк һауығырға ярҙам итә.
Фото:rusteaco.ru