Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2022, 09:12

Өс миллион һумды кем аласаҡ?

newsler.ru
Фото:newsler.ru

Башҡортостанда ҙур булмаған поликлиникаларҙа эшләгән табиптарға өҫтәмә эш хаҡы түләнәсәк. Республика Хөкүмәте терапевтарға, педиатрҙарға, акушер-гинекологтарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү тәртибен раҫланы. 

Өҫтәмә аҡса 25 меңдән аҙыраҡ пациент теркәлгән медицина ойошмаларына эшкә урынлашҡан  табиптарға би­реләсәк. Килешеү шарттары буйынса, медицина хеҙмәткәре өс миллион һум аҡсаны өлөшләп – өс йыл дауамында берәр миллион һумлап – аласаҡ. Табип бының өсөн медицина учреждениеһында кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш. 


Әгәр килешеү шарттары боҙолһа, табип эшләмәгән осор өсөн аҡсаны кире бюджетҡа ҡайтарырға тейеш була. Маҡсатлы йүнәлеш буйынса уҡыған һәм әлегә контракт шарттарын үтәмәгән терапевтар, педиатрҙар һәм акушер-гинекологтар программала ҡатнаша алмай.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: