Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2022, 09:09

Уңғандарҙы бәйгегә саҡыралар

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

13 майға тиклем республикала “Башҡортостан Республикаһының 2022 йылдағы иң яҡшы акушеры” конкурсы бара. Маҡсаты – акушерлыҡ эшмәкәрлеге системаһында медицина хеҙмәткәрҙәренең әһәмиәтен һәм һөнәр абруйын арттырыу.

Конкурс белгестәрҙең белем кимәлен яҡшыртыу, һөнәри әҙерлекте камиллаштырыу, халыҡҡа акушер ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыуҙы ла күҙ уңында тота.

Конкурста өлкән акушер, бүлексә һәм подразделениелар, фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары акушерҙары вазифаһына эйә бөтә белгестәр ҡатнаша ала. Уларҙың “Акушерлыҡ эше” йүнәлеше буйынса сертификаты йәки аккредитацияһы булырға тейеш. Тәүге этап 15 марттан 1 апрелгә тиклем дистанцияла тест рәүешендә үткәрелде. 95 йәки 100-ҙән ашыу балл йыйғандар икенсе этапта ҡатнаша. Иң юғары балл йыйған туғыҙ белгес еңеүсе тип танылып, 13 майҙа тантаналы шарттарҙа бүләкләнәсәк.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: