Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2022, 10:08

Яҙ яҙлығын итә

marieclaire.ru
Фото:marieclaire.ru

Яҙ етеү менән күптәр йыш сирләүгә, кәйеф юҡлығына зарланыусан. Йоҡо килә, эшеңдән йәм тапмайһың, балаларыңа юҡтан ҡысҡырып ебәрәһең йәки хәлең бөтә. Күптәр уны яҙғы авитаминозға бәйләй ҙә әллә ни иғтибар итеп бармай. Әммә был дөрөҫ түгел.

Кешенең туҡланыуында теге йәки был витаминдың етерлек булмаған осраҡта барлыҡҡа килгән халәтте авитаминоз тип атайҙар. Ҡыш беҙ емеш-еләкте, йәшелсәне һирәк ҡулланабыҙ, ә ит, картуф, ондан бешерелгән төрлө ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Шулай организмға ниндәй ҙә булһа витамин етмәй башлай һәм был гиповитаминозға килтерә. Уның килеп сығыуының сәбәп­тәре бер нисә. Иң мөһиме һәм тарал­ғаны – аҙыҡ-түлек менән етерлек ки­мәлдә витаминдар алып етмәү. Мәҫә­лән, С витаминын кеше тәүлегенә 70-80 миллиграмм, А витаминын 10 миллиграмм ҡабул итергә тейеш. Әммә витаминдар еткән осраҡта ла гиповитаминоз булыуы ихтимал. Бының сәбәп­тәре күп: мәҫәлән, организм уларҙы ҡабул итә алмай йә, киреһенсә, артығы барлыҡҡа килә. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, паразиттар менән зарарланыу, дисбактериоз да быға сәбәпсе була ала.

Ауыр физик эш, көсөргә­неш­ле аҡыл хеҙмәте менән шөғөлләнеүселәр, йөк­лөлөк, нервы-эмоциональ кө­сөр­гәнеш һәм башҡалар ҙа гипо­витаминозға алып килә. Сирҙе нисек асыҡларға? Үҙе­геҙгә иғтибар менән ҡарағыҙ әле. Әгәр тирегеҙ ҡороп, ярылып торһа, күҙҙәр ҡыҙарып йәшләнһә, һеҙгә А витамины етмәй тигән һүҙ. Шулай уҡ кеше тиҙ арый башлай, аппетиты юғала. Сәс ҡойола, төҫһөҙләнә, тиҙ һыныусанға әйләнә, ә тырнаҡтар тоноҡлана.

В төркөмөндәге витаминдар етмәһә лә, кеше организмы ҙур ҡыйынлыҡ кисе­рә. Бының ҡоҫҡо килеү, аппетит кәмеү, хәтер хөртәйеү, стоматит, йоҡо килеү, дерматит, конъюнктивит, эс китеү һәм башҡалар буйынса билдәләргә мөмкин. D витаминының етмәүе тәү си­ратта сабый балаға йоғонто яһай, халыҡта был сир рахит исеме менән билдәле. С витамины етмәүен хәлһеҙ­лек, тиҙ ҡыҙып барыу, тиренең ҡороуы, теш ҡаҙналығы ҡанауы, танауҙан ҡан китеү һәм башҡа билдәләрҙән белергә була.

Йығылып ятып ауыры­маған хәлдә лә был кешегә ҙур ауырлыҡ һәм уңай­һыҙлыҡ тыуҙыра. Ә нисек дауаларға? Иң мөһим һәм, моғайын, берҙән-бер дөрөҫ юл — бөтә төр витаминдарҙы ла ҡабул итеү. Йә аҙыҡ-түлек аша, йә дарыухананан кәрәкле витаминдар һатып алырға кәңәш ителә. Әгәр дарыуҙар һатып алырға теләмәйһегеҙ икән, иғтибарығыҙға витаминдарға бай аҙыҡ-түлек исемлеген тәҡдим итәбеҙ.

А витамины: аҡ май, бауыр, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге емеш-еләк менән йәшелсә;

В витамины: В1 — борсаҡ, төрлө ярма, әсе һөт ризыҡтары;

В2 — эремсек, сыр, ит, бауыр менән бөйөр, ҡарабойҙай һәм һоло бутҡаһы, һөт, ҡуҙаҡлы йәшелсә;

В6 — тауыҡ ите, балыҡ, сәтләүек, фасоль, һыйыр ите, борос, картуф;

В12 — майлы балыҡ, ит, бауыр менән бөйөр;

С витамины — гөлйемеш төнәт­мәһе, ҡара ҡарағат һуты, алма, һырғанаҡ, татлы борос, цитруслы емеш-еләк, йәшел борсаҡ һәм йәшел һуған;

D витамины — майлы балыҡ, треска бауыры, йомортҡа һәм аҡ май;

РР витамины — сыр, һөт, арахис, һыйыр бауыры, балыҡ, йомортҡа, бөйөр, тауыҡтың аҡ ите, кишер, картуф, помидор, финик һәм башҡалар.

Шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыу, сифатлы ризыҡтарҙы ҡулланыу ме­нән бер рәттән, эшегеҙҙе яратып баш­ҡарыуығыҙ һеҙҙе һау-сәләмәт итеп кенә ҡалмаясаҡ, кәйефегеҙҙе лә күтәрәсәк.

Яҙ яҙлығын итер, үләндәр күтәрелер, бөрөләр асылыр, япраҡ ярыр, сәскәләр күҙҙең яуын алыр. Тап ошо ваҡытта ши­фалы үләндәрҙең эргәлә генә булыуын иҫәпкә алып, түбәндәге кәңәш­тәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ һәм үҙегеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: